Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
10 Март 2022, 12:10

Камил Рәхимов исемендәге сәнғәт мәктәбенә "Мәҙәниәт" милли проекты сиктәрендә музыкаль инструменттар килтерелде

Камил Рәхимов исемендәге сәнғәт мәктәбенә күптән түгел “Форте” маркалы ксилофон тапшырылған. Шулай уҡ ошо көндәрҙә проект ярҙамында сәнғәт мәктәбе “Аккорд” фабрикаһының “Н. Рубинштейн” маркалы пианиноһын һәм Fat Custom Drums барабандарын алыуға өлгәшкән.

Камил Рәхимов исемендәге сәнғәт мәктәбенә "Мәҙәниәт" милли проекты сиктәрендә музыкаль инструменттар килтерелде
Камил Рәхимов исемендәге сәнғәт мәктәбенә "Мәҙәниәт" милли проекты сиктәрендә музыкаль инструменттар килтерелде

Сәнғәт мәктәбендә Рәсәйҙә сығарылған яҡшы сифатлы, заманса матур дизайнлы инструменттарҙың тауыштары яңғырай башлаған да инде.

Инструменттарҙың “Н. Рубинштейн” исемен йөрөтөүе осраҡлы түгел. Билдәле композитор һәм дирижер Николай Рубинштейн Мәскәү консерваторияһына нигеҙ һалыусы талантлы педагог.

-Был беҙҙең өсөн бик шатлыҡлы ваҡиға. Музыка фондын яңыртыуға “Мәҙәниәт” милли проекты тос өлөш индерҙе, - тип ҡыуанысы менән уртаҡлаша сәнғәт мәктәбе директоры Рәмил Иманғолов.

-Яңы инструменттар балаларҙы дәртләндерер. Музыканы аңларға,  инструменттарҙа уйнарға өйрәнергә теләктәре тағы артыр, тип ышанабыҙ, - тиҙәр педагогтар.

2024 йылға тиклем иҫәпләнгән милли проект сиктәрендә яңы инструменттар һәм ҡоролмаларҙы 2 меңдән ашыу белем биреү учреждениелары аласаҡ.

Сәнғәт мәктәбе райондың мәҙәниәт тормошо уртаһында ҡайнай. Ошондай музыка ҡоралдарына эйә булыу мәктәптә уҡытыу сифатын бермә-бер күтәрер. Өҫтәүенә, пандемия ваҡытында виртуаль концерттар ҡуйыу өсөн дә бик ҡулай. Мәҙәниәт мөхите үҫешһен, ә районыбыҙҙа йәш таланттар күберәк булһын тип теләйек.

Камил Рәхимов исемендәге сәнғәт мәктәбенә "Мәҙәниәт" милли проекты сиктәрендә музыкаль инструменттар килтерелде
Камил Рәхимов исемендәге сәнғәт мәктәбенә "Мәҙәниәт" милли проекты сиктәрендә музыкаль инструменттар килтерелде
Автор:
Читайте нас: