Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
25 Ғинуар 2022, 08:58

Айнур Асҡаровтың «Буран» фильмы «Алтын тәлинкә» кинопремияһын алды

Ҡазанда кинематография өлкәһендәге «Алтын тәлинкә» төбәк-ара премияһы менән бүләкләү тантанаһы уҙҙы.

Айнур Асҡаровтың «Буран» фильмы «Алтын тәлинкә» кинопремияһын алды
Айнур Асҡаровтың «Буран» фильмы «Алтын тәлинкә» кинопремияһын алды

Милли кино өлкәһендәге ҡаҙаныштар өсөн награда йәш авторҙарға эксперттарҙың йәшерен тауыш биреүе һәм тамашасылар рейтингы һөҙөмтәләре буйынса бер нисә номинация буйынса тапшырыла.

Башҡорт режиссеры Айнур Асҡаровтың «Буран» фильмы иң яҡшы тулы метражлы уйын фильмы өсөн «Алтын тәлинкә» премияһына лайыҡ булды. Бүләк — 500 мең һум. Награданы Рәсәйҙең кино белгесе Кирилл Разлоговтың ҡыҙы, продюсер Анастасия Разлогова тапшырҙы. Айнур Асҡаров Свердловск киностудияһында төшөрөлгән фильмдың ижади төркөмөнә рәхмәт белдерҙе.

«Алтын тәлинкә» премияһының авторы һәм инициаторы булып «Кино ваҡыты» кино проекттарына һәм фестивалдәр ойоштороуға булышлыҡ итеү дирекцияһы сығыш яһай. Проект Президенттың мәҙәни башланғыстар фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла. Премияның маҡсаты — Рәсәй төбәктәрендә йәш таланттарҙы асыҡлау, уларҙы дәртләндереү һәм ғәмәлгә ашырылған проекттарға финанс ярҙамы күрһәтеү, шулай уҡ милли киноны танытыу, уның географияһын киңәйтеү, аудиторияны арттырыу.

Премияның бүләк фонды — 2,8 миллион һум. Аҡсалата приздар «Иң яҡшы тулы метражлы уйын фильмы», «Иң яҡшы тулы метражлы документаль фильм», «Иң яҡшы ҡыҫҡа метражлы уйын фильмы», «Иң яҡшы ҡыҫҡа метражлы документаль фильм», «Иң яҡшы анимация фильмы», «Кадрҙар артынан кадрҙар», «Дебют», «Иң яҡшы work-in-progress проекты», «Тамашасылар һөйөүе» номинацияларында билдәләнде.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2022-01-24/filmu-buran-aynura-askarova-vruchili-kinopremiyu-zolotaya-tarelka-2665375

Ләйлә Аралбаева
 
Автор:
Читайте нас: