

2025 - 2026 уҡыу йылында Ю.А.Гагарин исемендәге Кубокҡа республика олимпиадаһы йомғаҡтары буйынса Йәмил Ишбулды улы Ҡотлобаев етәкселегендәге Байназар урта дөйөм белем биреү мәктәбе “Бөрйән районының иң яҡшы мәктәбе” исемен яулап, еңеүсе булды һәм Ю.А.Гагарин бюсы һәм Диплом менән бүләкләнде.
"Башҡортостан Республикаһы белем биреү ойошмалары араһындағы "Ватан улдарын үҫтерәбеҙ!" гражданлыҡ - илһөйәрлек эшен иң яҡшы ойоштороусы мәктәп" конкурсында ла районыбыҙҙың Байназар мәктәбе яҡшылар рәтенә инеп, Призер Дипломына эйә булды.
Шулай уҡ Байназар мәктәбенең йылда Ю.А.Гагарин Кубогы олимпиадаһында юғары әүҙемлек күрһәтеп, уҡыусыларҙы еңеүҙәргә дәртләндереп, иңдәренә ҡанат ҡуйыусы юғары категориялы география уҡытыусыһы Айһылыу Роберт ҡыҙы Мөхәмәтйәнова ла ҡатнашып, фиҙаҡәр хеҙмәт уңыштары өсөн Рәсәй Космонавтика Федерацияһының Маҡтау ҡағыҙы һәм Гагарин Кубогы менән бүләкләнде.
Хөрмәтле коллегабыҙ Айһылыу Роберт ҡыҙын юғары ҡаҙаныштары менән ҡайнар ҡотлайбыҙ, киләсәктә лә яңынан - яңы үрҙәр, уңыштар теләйбеҙ.
Еңеүсе мәктәптең уҡыусылары ла, уҡытыусылары ла шул тиклем Афариндар!!!
Ҡотлайбыҙ!!!