Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
7 Декабрь , 12:00

Мәктәптәрҙә туҡланыуҙы ойоштороуҙы тикшереү башланды

Башҡортостан Республикаһы Башлығының белем биреү учреждениеларында уҡыусыларҙың туҡланыу сифатын яҡшыртыу буйынса саралар планына һәм район хакимиәте башлығының бойороғона ярашлы, мәктәптәрҙә туҡланыу сифатын тикшереү өсөн булдырылған комиссия үҙ эшен дауам итә. Хакимиәт, мәғариф бүлеге вәкилдәренән тыш, комиссия составына һәр ауылдың ата-әсәләр комитеты ағзалары ла ингән.

Мәктәптәрҙә туҡланыуҙы ойоштороуҙы тикшереү башланды
Мәктәптәрҙә туҡланыуҙы ойоштороуҙы тикшереү башланды

Ауылдарҙа халыҡ менән танышыу, йәшәйешен яҡшыраҡ белеү маҡсаты менән үткән йыйылыштарҙа ла район хакимиәте башлығы мәктәптәрҙә туҡланыу тураһында һорашып, ата-әсәләрҙең фекерен асыҡлай. “Мәктәпкә аҙыҡ-түлек ташыусы эшҡыуарҙарҙан юғары сифатлы тауар талап итергә, аҙыҡ-түлекте ҡабул итеп алғанда ныҡ иғтибарлы булырға, ҡулланыу мөҙҙәте сыҡҡандарынан шунда уҡ баш тартырға кәрәк. Артабан да мәктәп ашханаларына күсмә тикшереүҙәр ойоштороласаҡ. Шуға балаларҙың туҡланыуын тәьмин итеү мәсьәләһенә айырым иғтибар бүлергә саҡырам”, - тине Рәмил Миңлеәхмәт улы.

Республика башлығы Р. Хәбиров менән үткән тура бәйләнеш ваҡытында мәктәптәрҙә туҡланыу сифатлы булыуына ҡарамаҫтан, туҡланыу стереотиптары икенсе булған балаларҙың тәҡдим ителгән аш-һыуҙан баш тартыуы, шуға күрә берҙәм менюға үҙгәрештәр индерергә кәрәклеге хаҡында тәҡдим булды.

Радий Фәрит улы: “Мәктәптәрҙә  туҡланыуҙы юлға һалыу – минең тәүгеләрҙән тотонған эштәрҙең береһе булды. Хәҙер был тәңгәлдәге ялыуҙар һаны кәмене, тотороҡло система булдырылды. Был эште артабан яҡшыртыу, менюны индивидуалләштереү өсөн яңы идеялар һәм стандарттар индереү талап ителә”, - тине.

Автор:Айгузель Уразаева
Читайте нас: