Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
3 Июль , 11:29

Яҡшы уҡыу баһалана

Мәктәптә белем биреүҙең һөҙөмтәлелеген арттырыу - республика етәкселеге сәйәсәтенең төп йүнәлештәренең береһе. Был иғтибар күрһәткестәрҙең яҡшырыуына килтерә.

Яҡшы уҡыу баһалана
Яҡшы уҡыу баһалана

Ошо сәйәсәт сиктәрендә 2021 йылда Бөтә Рәсәй олимпиадаларында еңеүсе уҡыусыларға һәм уларҙы әҙерләүсе уҡытыусыларға Башҡортостан Республикаһы башлығының премиялары булдырылды - Берҙәм дәүләт имтихандарында 100 балл йыйып, республиканың юғары уҡыу йорттарына инеүселәргә 150 мең һум аҡсалата премия бирергә ҡарар ителде.

Быйылғы йылда ошо премияға Иҫке Собханғол мәктәбе уҡыусыһы Айлина Акиева дәғүә итә. Ул физиканан Берҙәм дәүләт имтиханын 100 балға тапшырҙы һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты студенты булырға йыйына. Был осраҡта уның остазы – Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы Фәнүзә Әҡсән ҡыҙы Хәкимоваға ла аҡсалата премия ҡаралған.

Райондан республика башлығының премияларына лайыҡ булыусы уҡыусы һәм уҡытыусылар байтаҡ. 2021-2022 уҡыу йылында финанс грамоталығы буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһы еңеүсеһе У. Хоҙайназарова һәм уҡытыусыһы Г. Ғәбитова, 2022-2023 уҡыу йылында башҡорт теленән төбәк-ара олимпиадала призлы урын яулаусы И. Мырҙағолов һәм уҡытыусыһы Р. Сәғитова, Санкт-Петербург ҡалаһында үткән Бөтә Рәсәй олимпиадаһында химия буйынса еңеүсе Т. Хоҙайбирҙин һәм уҡытыусыһы Л. Черкасова һ.б.

Унан тыш, һәләтле балаларға һәм йәштәргә ярҙам итеү маҡсатында, йыл һайын республиканың 100 уҡыусыһына интеллектуаль, спорт, сәнғәт өлкәһендәге яҡшы һөҙөмтәләре өсөн стипендиялар бирелә. Улар бер йыл дауамында ай һайын 3 мең һум күләмендә аҡсалата ярҙам ала.

Республикала тәүге тапҡыр Р. Хәбиров башланғысы менән, ауыл ерҙәрендә уҡытыусыларға ҡытлыҡты бөтөрөү маҡсатында, республика башлығының Гранты булдырылды. Уны Иҫке Собханғол мәктәбенән генә лә 6 уҡытыусы алыуға ирешкән.

Йыл һайын республика етәкселеге тарафынан уҡытыусыларҙы һәм уҡыусыларҙы мотивациялау өсөн төрлө саралар күрелә һәм улар барыһы ла һөҙөмтәле - олимпиадаларҙа еңеүселәрҙең, Берҙәм дәүләт имтихандарында юғары балл йыйыусыларҙың һаны арта бара. Киләсәк быуын төплө белем ала икән, республикабыҙҙа лайыҡлы шәхестәр арта, киләсәгебеҙ ҙә өмөтлө буласаҡ тигән һүҙ

Яҡшы уҡыу баһалана
Яҡшы уҡыу баһалана
Автор:Айгузель Уразаева
Читайте нас: