Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
30 Ноябрь 2023, 12:04

11-се кластарҙа йомғаҡлау иншаһы үтәсәк

Ун беренсе класс уҡыусыларының Берҙәм дәүләт имтиханына инеү хоҡуғы биргән рус теленән йомғаҡлау иншаһына тиклем бер аҙна ваҡыт ҡалды. Йомғаҡлау иншаһы (изложениеһы) берҙәм дәүләт имтиханына рөхсәт алыуҙың мотлаҡ процедураһы булып тора. 2023 йылда уҡыусылар йомғаҡлау иншаһын (изложениеһын) үҙ мәктәптәрендә яҙасаҡ.

11-се кластарҙа йомғаҡлау иншаһы үтәсәк
11-се кластарҙа йомғаҡлау иншаһы үтәсәк

2023-2024 уҡыу йылында йомғаҡлау иншаһы үткәреү өсөн түбәндәге көндәр билдәләнгән:

2023 йылдың 6 декабре,

2024 йылдың 7 феврале,

2024 йылдың 10 апреле.

Йомғаҡлау иншаһы (изложениеһы) яҙыу өсөн 3 сәғәт 55 минут ваҡыт бирелә. Сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән, инвалид балалар һәм инвалидтар өсөн яҙыу ваҡыты сәғәт ярымға арттырыла.

2022 йылдың сентябрь айында Рәсәй Мәғариф министрлығы, Мәғариф һәм фән өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт һәм Йомғаҡлау иншаһын үткәреү мәсьәләләре буйынса совет темалар комплектын булдырыу алымдарын үҙгәртеү тураһында ҡарар ҡабул итте. Хәҙер асыҡ тематик йүнәлештәр урынына уҙған йылдарҙағы йомғаҡлау иншаһы темалары нигеҙендә ябыҡ банк булдырыла.

Йомғаҡлау иншаһы өсөн “незачет” алған осраҡта, уҡыусы уны билдәләнгән ваҡытта ике тапҡыр яҙыу хоҡуғына эйә.

Автор:
Читайте нас: