Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
9 Июнь 2023, 10:00

Йәш ауыл уҡытыусыларына гранттар

Был Башҡортостан Башлығы 2019 йылда булдырған һәм йыл һайын бирелә торған төбәк ярҙамы.

Йәш ауыл уҡытыусыларына гранттар
Йәш ауыл уҡытыусыларына гранттар

2023 йылда Башҡортостандың йәш ауыл уҡытыусылары 690 мең һумлыҡ 150 грант аласаҡ.



Конкурста 35 йәшкә тиклемге уҡытыусылар ҡатнаша ала. Уларҙың уҡытыу йөкләмәһе бер ставканан кәм булмаҫҡа, ә йәшәгән тораҡ пунктында иң күбе 15 мең кеше булырға тейеш.

Документтарҙы 2023 йылдың 30 июненә тиклем тапшырырға мөмкин.

Адресы: Өфө ҡалаһы, Минһажев урамы, 120 (208-се кабинет), ҡабул итеү ваҡыты – эш көндәрендә 09:00 сәғәттән 17:00 сәғәткә тиклем.

Конкурста ҡатнашыу шарттары тураһында тулыраҡ мәғлүмәт менән Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы сайтында танышырға була: https://education.bashkortostan.ru/activity/21378/

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:
Читайте нас: