Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
30 Май 2023, 11:30

«Белем. Премия — 2023» наградаһына дәғүә итеүгә заявкалар ҡабул итеү дауам итә.

Үҙегеҙҙе күрһәтегеҙ, 5 июнгә тиклем теркәлегеҙ!Был - Рәсәй уҡытыусыларының, лекторҙарының, авторҙарының, блогерҙарының, фәнде киң йәйелдереүселәренең һәм башҡа мәғариф эшмәкәрҙәренең ҡаҙаныштарын күрһәтеү өсөн 2021 йылда булдырылған илдең төп премияһы. Премия менән мәғрифәтселек проекттары һәм төрлө өлкә компаниялары ла билдәләнә.

«Белем. Премия — 2023» наградаһына дәғүә итеүгә заявкалар ҡабул итеү дауам итә.
«Белем. Премия — 2023» наградаһына дәғүә итеүгә заявкалар ҡабул итеү дауам итә.

  Унда теләгән һәр кем ҡатнаша ала
  Үҙеңде генә түгел, ҡыҙыҡлы проекттарҙы, шулай уҡ 2022-2023 йылдарҙа мәғарифҡа тос өлөш индергән кешеләрҙе лә күрһәтергә мөмкин

???? Номинанттар категориялары

Мәғрифәтсе:
- идея һәм белемде әүҙем таратыусы эшмәкәр
- 2022-2023 йылдарҙа мәғрифәткә тос өлөш индергән кеше
- 18 йәштән
- РФ гражданлығы
- уҡытыусы, лектор, автор, блогер, фәнде киң йәйелдереүсе һәм башҡалар

Мәғрифәтселек проекты:
- ижади йәки маҡсатҡа йүнәлешле эшмәкәрлек һөҙөмтәһе
- кешеләрҙең фән, белем алыу һәм мәҙәни кимәлен күтәрә
- 2022-2023 йылдарҙа мәғарифҡа ҙур өлөш индергән
- фильм, китап, блог, платформа, мәғрифәтселеккә һәм башҡаға йүнәлтелгән саралар комплексы

Мәғариф компанияһы:
- юридик шәхес
- төп эшмәкәрлектән тыш, мәғарифҡа йүнәлтелгән саралар йәки проекттар комплексын тормошҡа ашыра
- белем, тәжрибә бирә, оҫталыҡ һәм күнекмәләр эшләүҙе өйрәтеү өҫтөндә көс һала
- кешеләрҙең фән, белем алыу һәм мәҙәни кимәлен күтәрә

Номинация һайлау һәм теркәлеү һылтанма буйынса: https://premiya.znanierussia.ru 

Премия тураһында тулыраҡ мәғлүмәт - Рәсәй «Белем» йәмғиәте сайтында: https://vk.cc/cn3GtJ 

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:
Читайте нас: