Үткәреү ваҡыты: 2023 йылдың 20 апреле. Йыл һайын диктантты республиканың танылған сәйәсмәндәре, артистары һәм йәмәғәт фекере лидерҙары уҡый.
2023 йылда диктантты түбәндәгеләр:
- башҡорт телен яңы өйрәнә башлаған ҡатнашыусылар өсөн «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы - 2023» төбәк-ара конкурсының «Педагогик перспектива» номинацияһында еңеүсе Сагынбек Ильяс Жаркымбек улы;
- башҡорт телендә иркен аралашҡан ҡатнашыусылар өсөн - Башҡортостан Республикаһының Юғары уҡыу йорттары ректорҙары советы рәйесе, Башҡортостан Республикаһының М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры Сәғитов Салауат Тәлғәт улы,
- башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында яҙған ҡатнашыусылар өсөн Башҡортостан Республикаһы Яңауыл районы муниципаль район хакимиәте башлығы Вәзиғәтов Илшат Әғзәм улы уҡый.
Быйыл диктант тексы республика ижтимағи тормошоноң көнүҙәк темаларына арнала.
Башҡорт телендә иркен аралашҡан ҡатнашыусылар өсөн текст Кесе Ватан өсөн Файҙалы эштәр йылы (Атайсал) темаһына арнала, башҡорт телен яңы өйрәнә башлаған ҡатнашыусылар өсөн текст Уҡытыусы һәм остаз йылына һәм башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында яҙған ҡатнашыусылар өсөн башҡорт халҡының хәрби тарихына арнала.
20 апрелдә 11:00 сәғәттә (Өфө ваҡыты буйынса) «Башҡортостан юлдаш телевидениеһы» каналында, «Бәйләнештә» социаль селтәрендә, телеграм-каналда диктантты тура эфирҙа уҡыу трансляцияһы башлана:
- 11:00 сәғәттән 11:25 сәғәткә тиклем - башҡорт телен яңы өйрәнә башлаған ҡатнашыусылар өсөн;
- 11:30 сәғәттән 12:00 сәғәткә тиклем - башҡорт телендә иркен аралашҡан ҡатнашыусылар өсөн;
12:05 сәғәттән - 12.30 сәғәткә тиклем - башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында яҙған ҡатнашыусылар өсөн.
Һәр ҡатнашыусының диктантты өйҙә үҙ аллы яҙыу мөмкинлеге бар. Тамамланғас, диктант яҙылған ҡағыҙҙы фотоға төшөрөргә (сканерҙан үткәрергә) һәм [email protected] электрон почтаға йәки https://t.me/bash_dictant_bot телеграм-ботҡа (2023 йылдың 23 апреленә тиклем) ебәрергә кәрәк. Диктантты онлайн режимында яҙыу мөмкинлеге булмаған осраҡта, тура эфирҙың видеоһын рәсми сайтта 2023 йылдың 23 апреленә 23:59 сәғәткә тиклем (Өфө ваҡыты буйынса) ҡарарға була.
Теләгәндәр эфирҙы ҡабаттан ҡарай, диктант яҙа һәм эштәрҙе ҡабул итеү тамамланғансы ебәрә ала. Акцияла ҡатнашыусыларҙың эштәрен тикшергән эксперттарҙың https://bashdictant.ru/ сайтында 2023 йылдың 14 апреленә ҡәҙәр http://register.bashdictant.ru/experts/apply теркәү процедураһын үтеүе мотлаҡ. Эксперттарға кандидаттың дәүләт өлгөһөндәге документ менән раҫланған педагогик йәки филологик белеме, күрһәтелгән өлкәлә ике йыллыҡ эш стажы булырға тейеш. Диктант-2023-тә ҡатнашыусыларҙың барыһына ла электрон почта йәки телеграм-бот аша диктантта ҡатнашыу тураһында электрон сертификаттар ебәрелә.
Акцияла енесе, расаһы, милләте, теле, сығышы, мөлкәт һәм вазифа хәле, йәшәгән урыны, дингә мөнәсәбәте, инаныуҙары, йәмәғәт берләшмәләре ағзаһы булыу-булмауы, шулай уҡ башҡа төрлө хәл-шарттарына ҡарамаҫтан һәр кеше ҡатнаша ала. Акцияның рәсми йомғаҡтары 30 көн эсендә https://bashdictant.ru/ сайтында урынлаштырыласаҡ.