Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
7 Апрель 2023, 18:53

Башҡортостандың 45 мәктәбенә яңы автобус тапшырылды

7 апрелдә «Торатау» конгресс-холы алдындағы майҙанда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров төбәктең белем биреү учреждениелары директорҙарына 45 яңы автобустан асҡыстар тапшырҙы. Улар республиканың 31 муниципалитетындағы автопарктарҙы тулыландырасаҡ.

Башҡортостандың 45 мәктәбенә яңы автобус тапшырылды
Башҡортостандың 45 мәктәбенә яңы автобус тапшырылды

Автобустар Асҡын, Ауырғазы, Баҡалы, Бәләбәй, Балаҡатай, Бишбүләк, Бөрө, Нефтекама, Благовар, Благовещен, Бүздәк, Бөрйән, Ғафури, Дыуан, Дүртөйлө, Кушнаренко, Көйөргәҙе, Йылайыр, Илеш, Мишкә, Миәкә, Нуриман, Салауат, Стәрлебаш, Өфө, Учалы, Хәйбулла, Саҡмағош һәм Яңауыл райондарына һәм Нефтекамск, Межгорье, Өфө ҡалаларына тапшырылды.

- Һуңғы 4,5 йыл эсендә 800-ҙән ашыу мәктәп автобусы, яртыһы - төбәк ҡаҙнаһы, яртыһы федераль ҡаҙна иҫәбенә һатып алынды. Был эште дауам итербеҙ, - тине Радий Хәбиров. - Водителдәргә айырым рәхмәт һүҙҙәрен еткергем килә. Улар менән осрашыуҙан 40 мең балабыҙҙың иртәһе башлана. Водителдәрҙең эш шарттарын артабан да яҡшыртырға, уларға эш хаҡын арттырырға тырышасаҡбыҙ. Уҡыусыларыбыҙҙың сәфәре уңайлы һәм хәүефһеҙ булыуы беҙҙең өсөн бик мөһим.

2023 йылда мәктәп автопарктарын яңыртыу федераль программаһы буйынса Башҡортостанға 45 «ГАЗ» маркалы яңы автобус ҡайтарылды. Шуларҙың һигеҙе - республиканың төньяҡ райондары өсөн салонды өҫтәмә йылытыу ҡоролмаһы менән.

Автобустар ГОСТ талаптарына яуап бирә. Уларҙың кузовы һары төҫтә һәм яҡтылыҡты сағылдырыусы билдәләргә эйә, уға «Балалар» яҙыуы һәм «Балалар ташыу» билдәһе төшөрөлгән. Бөтә машиналар ҙа сәғәтенә 60 саҡрымға тиклем хәрәкәт тиҙлеген сикләү ҡулайламаһы, водитель менән бәйләнеш төймәһе, асыҡ ишектәр булғанда двигателде блокировкалау системаһы менән йыһазландырылған. Автобустарҙа уларҙың ҡайҙа урынлашыуын күҙәтеү өсөн навигация ҡорамалдары һәм артҡы ишекте бикләүсе ҡулайламалар бар.

Башҡортостан биләмәһендә бөтәһе 2 758 тораҡ пункттан 876 дөйөм белем биреү ойошмаһының 42 253 уҡыусыһы уҡыған урынына һәм өйөнә мәктәп автобусында йөрөтөлә.

Глава РБ

Башҡортостандың 45 мәктәбенә яңы автобус тапшырылды
Башҡортостандың 45 мәктәбенә яңы автобус тапшырылды
Автор:Рушан Баимов
Читайте нас: