Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
7 Ноябрь 2022, 14:35

Күптәрҙе, дипломда нимә тип яҙыласаҡ, тигән һорау борсой...

Өфөлә юғары уҡыу йорттарының ҡушылыуының ыңғай яҡтары билдәләнде.

“Башинформ” мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, 2022 йылдың 1 ноябре Өфөнөң  фән һәм технологиялар университеты булдырылыуының рәсми датаһы булып иҫәпләнә. Был көндө яңы учреждение ойошмаларҙың берҙәм реестрына индерелде.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, юғары уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты һәм Өфө дәүләт авиация техник университетының ҡушылыуы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килде. Берләштерелгән юғары уҡыу йортон булдырыу процесы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров башланғысы һәм ярҙамы менән ике йылдан ашыу ваҡыт дауамында барҙы. Башҡорт Дәүләт университетының һәм Өфө дәүләт авиация техник университетының Ғилми советы ла ҡушылыу  идеяһын  хупланы.

- Яңы ҡеүәтле университет республиканың инновация үҫешенең флагманы буласаҡ. Уға беҙҙең юғары уҡыу йорттары, фәнни үҙәктәр, предприятиелар, тотош тармаҡтар эйәрәсәк, - тине Радий Хәбиров. – Беҙҙең өсөн университеттарҙың интеграцияһы механик рәүештә түгел, уйланылып башҡарылыуы мөһим. Коллективтар, диссертация советтары, иң яҡшы йолалар, лицензиялар – былар барыһы ла һаҡланасаҡ.

Рәсәйҙең фән һәм юғары белем биреү министрлығы приказы менән берләштерелгән юғары уҡыу йортоноң ректоры вазифаһын башҡарыусы итеп  Вадим Захаров тәғәйенләнде.  

- Уҡыусылар һаны буйынса беҙ Рәсәй вуздарының тәүге бишәү исемлегенә инәбеҙ, - тине Вадим Захаров. – Ошо сәбәпле, тикшеренеү йүнәлештәрен үҙгәртеү, дисциплина-ара фәнни эштәрҙе формалаштырыуға яңы мөмкинлектәр аласаҡбыҙ. Кадрҙарҙы әҙерләү фәнни тикшеренеүҙәргә һәм уларҙы производствоға индереүгә таянасаҡ. Шуға ла юғары уҡыу йорто эргәһендә нигеҙле фән һәм эш биреүсе торасаҡ. Тамамлаусыларҙың дипломында, БДУ-ға йәки ӨДАТУ-ға уҡырға инде һәм Өфө Фән һәм технологиялар университетын тамамланы, тигән яҙыу буласаҡ.

Өфөнөң Фән һәм технологиялар университеты донъя кимәлендәге Евразия фәнни-белем биреү үҙәге эшмәкәрлеге программаһы сиктәрендә булдырылды һәм 2030 йылға Рәсәйҙең 30 иң яҡшы  юғары уҡыу йорто исемлегенә инергә тейеш.   

Был саралар “Фән” милли проекты (национальный проект “Наука”)  сиктәрендә башҡарыла һәм ул Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарын тормошҡа ашырырға ла булышлыҡ итә.

 Фото: Башинформ.

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроектың

Күптәрҙе, дипломда нимә тип яҙыласаҡ, тигән һорау борсой...
Күптәрҙе, дипломда нимә тип яҙыласаҡ, тигән һорау борсой...
Автор:
Читайте нас: