Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
23 Сентябрь 2022, 12:55

Дәрестәреңде эшләнеңме? Әрләшмәйенсә һәм күҙ йәштәрһеҙ нисек дәрес әҙерләргә?

Ата-әсәгә нимә эшләргә ярамай?

Өйгә эште бала өсөн башҡарырға ярамай.

Күп балалар мәктәптән һуң өҫтәмә түңәрәктәргә һәм спорт секцияларына йөрөй, ләкин уларҙан һуң баланың өйгә эштәрҙе башҡарыуға көсө һәм ваҡыты ҡалмаһа һәм һеҙ ярты төн уның өсөн эшләйһегеҙ икән, расписаниены яңынан ҡарап сығырға кәрәк. Өйгә эш - баланың бурысы.

Өйгә эш менән баланы яңғыҙ ҡалдырырға ярамай.

Өйҙәге эште даими һәм мотлаҡ башҡарыу баланың ғәҙәтенә инергә тейеш. Шуға күрә, бала уны үҙаллы үҙләштерер, тип көтөү дөрөҫ булмаҫ ине. «Барыһын да эшләмәйенсә, үҙеңдең бүлмәңдән сыҡма!» - насар идея. Тәүҙә һеҙ, аңлайышһыҙ нәмәләрҙе аңлатыр өсөн, йәғни файҙалы кәңәштәр бирер өсөн, уның менән бергә булырға тейешһегеҙ. Хатта барыһын да үҙе эшләргә теләһә лә, һеҙ эргәһендә ултырып үҙ эштәрегеҙ менән шөғөлләнә алаһығыҙ. Һеҙгә ҡарап, бала ла үҙ иғтибарын эштә йүнәлтә: «өлкәндәр яланы» ошолай эшләй.

Уны әрләргә һәм ҡурҡытырға ярамай.

Тикшеренеүҙәрҙең барыһы ла ҡурҡыуҙың һөҙөмтәһеҙ мотиватор булыуы хаҡында һөйләй. Хаталар өсөн балағыҙҙан смартфонды тартып ала башлаһағыҙ, ул тиҙерәк һәм һиҙҙермәйенсә генә гаджет табырға өйрәнер. «Әгәр сиректе «бишле”гә бөтһәң, һиңә робот һатып аласаҡмын», - тигән маҡсат ҡуйырға ярамай. Роботҡа ҡарағанда тырышлығы өсөн көтмәгәндә дәртләндереп ебәреү яҡшыраҡ булыр. Шул рәүешле баланың тағы ла яҡшыраҡ уҡыу теләге уяныр.

Бәлки, ҡайһы берҙә балағыҙҙың нимәһелер килеп сыҡмайҙыр. Был мәлдә хаталаныу норма, ҡурҡыныс түгел икәнлеген хәтергә төшөрөргә кәрәк. Һәм өйҙәге эштәрҙең мәңгелек түгел икәнен аңлатығыҙ. Дөйөм алғанда, башланғыс кластарҙа ғына барыһы ла шул тиклем ҡот осҡос кеүек тойола беҙгә. Һуңғараҡ балаларҙа ла, ата-әсәләрҙә лә өйгә, иҫкәртмәләргә, икеләргә, ата-әсәләр чаттарына ҡарата тынысыраҡ ҡарай башлай. (Ләкин был бөтөнләй икенсе тарих).

Мәтериал “Мел” онлайн-мәктәп сайты мәғлүмәттәренә таянып әҙерләнде.

Дәрестәреңде эшләнеңме? Әрләшмәйенсә һәм күҙ йәштәрһеҙ нисек дәрес әҙерләргә?
Дәрестәреңде эшләнеңме? Әрләшмәйенсә һәм күҙ йәштәрһеҙ нисек дәрес әҙерләргә?
Автор:Альфина Юлчурина
Читайте нас: