Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
5 Сентябрь 2022, 11:00

Яңы мәктәптәр төҙөләсәк

2021-2023 йылдарҙа Рәсәйҙең ун төбәгендә, инфраструктура бюджет кредиттарына ярашлы, 16 миллиард һумҡа яҡын суммаға мәктәп төҙөү планлаштырыла. Исемлектә - Белгород, Владимир, Мәскәү, Рязань, Төмән, Вологда, Иркутск, Свердловск өлкәләре, Башҡортостан һәм Коми республикалары. Мәскәү, Вологда, Свердловск, Төмән өлкәләрендәге биш мәктәптә эш бара ла инде.

“Проекттарҙы тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә 14300 уҡыу урыны барлыҡҡа киләсәк. Мәскәү өлкәһендә күберәк мәктәп төҙөләсәк: 3450 урынлыҡ дүрт мәктәп”, - тип белдерҙе Рәсәй Федерацияһының төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Александр Ломакин.

Башҡортостан Республикаһында 2200 урынлыҡ ҙур дөйөм белем биреү мәктәптәренең береһен, Киров районындағы Кузнецов затоны биҫтәһендә “Өфө ҡалаһындағы “Көньяҡ ҡапҡалары” комплекслы торлаҡ төҙөлөшө” инвестиция проекты”на ярашлы, төҙөйәсәктәр. Был иһә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала төҙөлөшө” милли проекты (национальный проект “Жилье и городская среда”) бурыстарын тормошҡа ашырасаҡ.

https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2022-09-04/isemlekt-bash-ortostan-da-bar-2934736

 

Автор:
Читайте нас: