Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
5 Сентябрь 2022, 17:00

"Бөрйән Сухомлинскийы" тиҙәр ине...

Ошо көндәрҙә уҡытыусы-новатор, күп кенә Бөрйән ҡәләм оҫталары күңеленә ваҡытында ижад ойотҡоһо һалып, осор ҡанаттар ҡуйған талантлы уҡытыусы, "Бөрйән Сухомлинскийы" Марат Ғизетдин улы Муллағоловтың беҙҙең аранан китеүенә 10 йыл тула. Шулай уҡ күңелендә ижад уты йөрөтөүсе ҡыҙы Зөлфиә Сәлихованың (Муллағолова) атаһы тураһында иҫтәлектәрен һеҙҙең иғтибарға тәҡдим итәбеҙ.

"Бөрйән Сухомлинскийы" тиҙәр ине...
"Бөрйән Сухомлинскийы" тиҙәр ине...

2012 йылдың 29 авгусында беҙҙе ҡара ҡайғыларға һалып, атайым мәңгелек донъяға күсте. Ун йыл ваҡыт үтеп китте, әммә ҡәҙерле кешем бер көн дә иҫтән сыҡҡаны юҡ. Шул тиклем юҡһынам, һағынам уны... Нимәлер эшләргә ниәтләһәм дә һәм эшләһәм дә иң беренсе "Атайым ней әйтер ине? ", "Эх, атайым күрһә ҡыуаныр ине, хуплар ине... Шулайтып әйтер ине, былайтып әйтер ине..." тип уйларға ғәҙәт итеп алдым хәҙер. Тормош бер урында ғына тормай шул. Атайым киткәндән һуң бик күп үҙгәрештәр булды минең тормошомда. Ғүмере булып, күрә генә алманы шуларҙы атайым тип үкенәм…

Ейәндәренең мәктәпкә барғанын, уңышлы ғына уҡып йөрөгәндәрен, хәҙер инде егет ҡорона инеп, үҙенән аша ҡарап торғандарын күрһә, ҡалай ҙа ғына ҡыуаныр ине лә бит атайым... Ә инде тағы бер ейәне Рамазан тыуғанын, уларҙың өс туған - өс таған булғандарын белһә, моғайын, шатлығынан илап ебәрер ине хатта. "Ғаиләлә бала яңғыҙ үҫергә тейеш түгел, уға иптәшкә тағы берәү мотлаҡ кәрәк! Ә инде унан да күберәк бүлһа бигерәк тә яҡшы", - тип әйтә торғайны гелән.

Ейәндәре өсөн йәнен бирергә әҙер олатай булды ул. Йөрәге боларып, ауырып ятҡан еренән һикереп тороп, попутка м-н Байназарҙан Айтуған өсөн теш һыҙлауын баҫа торған дарыу килтергәнен әсәйем әле лә иҫе китеп һөйләй. Ысын ғына, хатта торорлоҡ та хәле юҡ ине уның тип аптырай ул.

Йыртыҡ шортикты мин әрләмәһен өсөн, йәшереп ҡуй тип ейәненә аҡыл өйрәтеүсе лә ул🙂 . Айтуғанға өр-яңы футболка м-н шортик кейҙереп сығарғайным бер ваҡыт. Уныһы ишек башына менеп, төшкән саҡта келәгә эләккән һәм теге шортик буйынан-буйына йыртылған булған баҡтиһәң. Аҙаҡ ҡына, бер йыл үткәс, соландағы шкаф эсенән килеп сыҡты теге эҙһеҙ юғалған кейем. Шунда ғына Айтуған да серҙе систе.

Ә бер ваҡыт Азаматты күтәреп йөрөгән сағында яҙа баҫты һәм ейәнен ҡолата яҙҙы атайым. Ярай сослоғо етеп, осоп төшөп барған улымды тотоп ҡалды. Әммә шунан һуң үкенеүҙәре... Йөрөй-йөрөй ҙә шуны һөйләй, йөрөй-йөрөй шуны иҫләй. "Улғынамды имгәтә яҙҙым" тип өҙгөләнгәне әле лә күҙ алдында. Ул ваҡытта ейәндәренең иң бәләкәсе Азамат булғанғамы, уны айырыуса ныҡ яратты, иркәләтте. "Азамат улым ҙурайһа ҡыҙҙар артынан үҙе йүгереп тә ыҙаламаҫ инде. Уның артынан ҡыҙҙар үҙҙәре йүгерерҙәр ", - тип ҡупайтып-ҡупайтып һөйә торғайны кесе ейәнен.

Атайым беҙҙең ҡорған донъябыҙҙы ла күреп өлгөрмәне шул. Үкенесле. Ә күрһә... Эйе, шатланыр ине. Үлеренән бер аҙна алдан да, ауылға ҡайтҡан саҡта, өйөгөҙҙө йәһәтләп күтәрегеҙ тип кәңәштәр биреп торғайны ул. (Тәүҙә нигеҙ ҡорабыҙ тигән биләмәне рәсмиләштереүҙә ауырлыҡтар, унан да бигерәк күршеләр насар булғанын белгәс, күңел тартманы ла ҡуйҙы . Шуға үҙ ҡыйығыбыҙ булмай оҙаҡлап киттек). Ә шулай ҙа әлеге еребеҙҙе алғанды белеп китте, хатта ҡола яландағы биләмәбеҙҙе килеп күреп, тигеҙ, матур урын булған тип ысын күңелдән ҡыуанғайны.

Атайым миндә яҙышыу һәләте барлығын бәләкәй сағымдан уҡ белде, үҫтерергә тырышты. Яҙған әйберҙәремде бер папкаға туплап барҙы, гәзит-журналға ебәрә торғайны. Мин генә ул ваҡытта балалығыма, аҙаҡ йәшлегемә барып, быға артыҡ илтифат бирмәнем шикелле. Ә хәҙер яҙышам. Хатта бының миңә кәрәк икәнен, йәнем теләгән шөғөл икәнен дә аңлайым. Уйлап алам ҡайһы саҡ, "Эх, атайым минең ошо хикәйәмде уҡыһа, нимә тип әйтер ине, нимә тип тәнҡитләр ине..." тип. Ҡыуаныр ине ул, мотлаҡ хуплар ине ҡәләм тотҡанымды... Иң төп кәңәшсем дә булыр ине был юҫыҡта… Эх…

Киләһе йылды Педагог Йылы тип атарға уйлайҙар. Атайым да уҡытыусы булды. Һөнәренә баш көллө ғашиҡ, донъяһын онотоп бирелеп китеп эшләгән алдынғы педагог булды ул. Иртәнсәк беҙ торғанда атайым Яуымбайҙағы мәктәбенә киткән була ла, кис беҙ йоҡларға ятыр саҡта, хатта төн уртаһында ла ҡайтып инер ине (Минең буласаҡ ҡайнымдарҙа йәшәп, ҡайтмайынса эшләгән саҡтары ла булды). Үҙем дә уҡып бөткәс, күп уйламай атай менән әсәй юлын һайланым. Тик бер осор педагог эше ауыр, бигерәк ҙур яуаплылыҡ талап итә тип, һөнәр үҙгәртеп маташтым. Йәнәһе берәү ғаиләһе өсөн дә ваҡыт бүлерлек еңел һөнәр таба (Атайым вафат булғанда ла мин икенсе эштә инем). Тик, ике яҡтан да ҡаныңда шул булғас, ҡайҙа ғына бараһың инде . Аң-тәрбиә биреүҙә иң беренсе ижади эшләү мөмкинселегенең күп булыуы һәм балалар яратыуым кире алып ҡайтҡандыр ул мине шул һөнәргә. Яратмайым ниндәйҙер бер ҡалыпҡа һалынған эште генә эшләп тик ултырырға (документовед эшенә уҡығайным). Шулай аҙашып йөрөү миңә файҙаға ла булды ул. Мин хәҙер аңланым - башҡа эш минеке түгел. Көн дә балаларҙың эскерһеҙ йылмайыуын күрмәйенсә, йүгереп килеп ҡосаҡлап алыуҙарын тоймайынса, тәтелдәп хәбәрҙәрен һөйләүҙәрен тыңламайынса күңел түҙмәй икән шул. Уларға көн дә нимәлер өйрәтәйем әле тип эҙләнеүҙәр, соҡоноуҙар, уйланыуҙар, ҡаңғырыуҙар һәм йоҡоһоҙ төндәр… Был минең стихия. Ул һөнәр миңә атайымдан ҡомартҡы булып ҡалғандыр күрәһең...

Ун йыл үтеп китте, әммә атайымдың юҡлығына барыбер ышанып булмай. Йөрәктәге онота алмаҫлыҡ һағыныу һағышы, юҡһыныу хисе көндән-көн көсәйә генә...

Кемдәр атайымды белә, һеҙ ҙә уны беҙҙең менән бергә иҫкә алһағыҙ ине. Бәлки хәтирәләрегеҙ менән дә уртаҡлашырһығыҙ. Атайым тураһында ҙур ғына күләмле иҫтәлектәр яҙырға тигән хыялым бар Алла бойорһа.

Р.S. Айтуған ейәне менән төшкән фотола атайымдың һуңғы йәйе. Бешәке тамағында ял иткәйнек. Атайым ғмер буйы тауҙарға менергә, ҡаяларға үрмәләргә яратты...

"Бөрйән Сухомлинскийы" тиҙәр ине...
"Бөрйән Сухомлинскийы" тиҙәр ине...
"Бөрйән Сухомлинскийы" тиҙәр ине...
Автор:Зөлфиә Сәлихова-Муллағолова
Читайте нас: