Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
26 Август 2022, 20:13

Республикала мәктәп директорҙарының тәрбиә биреү буйынса кәңәшселәре барлыҡҡа килә

Республика мәктәптәрендә директорҙың тәрбиә буйынса кәңәшсеһе тигән яңы вазифа булдырыла. Башҡортостан премьер-министры Сибайҙа уҡытыусыларҙың август кәңәшмәһенән һуң социаль селтәрҙәге сәхифәһендә ошо хаҡта яҙып сыҡты.

Республикала мәктәп директорҙарының тәрбиә биреү буйынса кәңәшселәре барлыҡҡа килә
Республикала мәктәп директорҙарының тәрбиә биреү буйынса кәңәшселәре барлыҡҡа килә

Рәсәй Мәғариф министрлығы яңы уҡыу йылынан «Иң мөһиме тураһында һөйләшеү» циклын башлай, тип билдәләне Андрей Назаров. Республикабыҙ ҙа был башланғысты хуплай.

«Уҡыусылар менән ошондай етди темаларға асыҡтан-асыҡ аралашырға, ихлас һөйләшергә кәрәк тип иҫәпләйбеҙ. Директорҙың тәрбиә буйынса кәңәшсеһе вазифаһын индерәбеҙ. Ике меңгә яҡын кандидат бар. Республика Башлығы ошо эшкә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы йәлеп итергә ҡушты», — тине Назаров.

Башҡортостанда мәғариф системаһы яҡшы финансланған тармаҡтарҙың береһе, тип билдәләне премьер-министр. Быйыл ғына ҡаҙнала уның үҫтереү өсөн 94 миллиард һумға яҡын аҡса һалынған. 2026 йылға тиклем республикала 365-тән ашыу мәктәп ремонтланырға тейеш. «Башинформ» хәбәр иткәнсә, киләһе уҡыу йылына 63 белем биреү учреждениеһы яңыртылған.

Башинформ мәғлүмәт агентлығы

Автор:
Читайте нас: