Мәғариф
10 Февраль 2022, 09:46

Республикала Берҙәм һәм төп дәүләт имтихандарына әҙерләнеү өсөн бушлай онлайн-консультациялар башланды.

2022 йылдың 8 февралендә Башҡортостандың сығарылыш класс уҡыусылары өсөн төп һәм берҙәм дәүләт имтихандарына әҙерләнеү буйынса бушлай онлайн-консультациялар башланды.

Республикала Берҙәм һәм төп дәүләт имтихандарына әҙерләнеү өсөн бушлай онлайн-консультациялар башланды.Республикала Берҙәм һәм төп дәүләт имтихандарына әҙерләнеү өсөн бушлай онлайн-консультациялар башланды.
Республикала Берҙәм һәм төп дәүләт имтихандарына әҙерләнеү өсөн бушлай онлайн-консультациялар башланды.

Уларҙы предмет комиссиялары эксперттары үткәрә. Өфө ҡалаһының 95-се мәғариф Үҙәге директоры урынбаҫары Федан Ғафаров  билдәләүенсә, был сығарылыш уҡыусыларына ла, балаларҙы имтихандарға әҙерләгән уҡытыусыларға ла файҙалы.

“Имтихан - һәр уҡыусы өсөн етди һынау. Сөнки һайлаған вузға йәки колледжға уҡырға инеү- инмәүе уның һөҙөмтәһенән тора. Мәктәпте тамамлаусылар, уҡытыусылар, ата-әсәләр йәки сығарылыш уҡыусыларының законлы вәкилдәре имтихандарға әҙерлек барышында ҡыйынлыҡтар тыуҙырған һорауҙарын электрон почтаға ебәреп эксперттан яуап аласаҡ. Сөнки улар имтихандың икенсе өлөшөн сисеүҙең һәм яуаптар тултырыуҙың бөтә нескәлектәрен белә», - тип билдәләне Федан Ғафаров.

Берҙәм дәүләт имтихандары буйынса онлайн-консультациялар 24 февралгә тиклем һәр шишәмбе һәм кесаҙна 15.00-сәғәттән 17.00 сәғәткә тиклем, төп дәүләт имтихандары буйынса һәр шаршамбы һәм йома 15.00 сәғәттән 17.00 сәғәткә  тиклем үткәрелә.

Һорауҙарҙы gia11@rcoi02.ru  (ЕГЭ), gia9@rcoi02.ru  (ОГЭ) электрон почталары аша алдан  ебәрергә мөмкин.

Дәүләт имтихандарына әҙерләнеү өсөн материалдар, шулай уҡ консультациялар уҙғарыу графигы һәм трансляцияға һылтанмалар «Башҡортостан Республикаһының электрон белем биреү» порталында урынлашҡан;

ЕГЭ:  https://edu.bashkortostan.ru/e-course/OO/189959/

ОГЭ: https://edu.bashkortostan.ru/e-course/OO/189964/

Автор:
Теги:егэогэ
Читайте нас