Ырғыҙлы ауылы халҡын еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ!
-Был еңеү - конкурстың һәр этабында ихлас ҡатнашҡан ауыл халҡының берҙәмлеге, тырышлығы, түккән көсө. Ырғыҙлының еңеүенә ышаныс белдергән, ауыл өсөн янып йөрөгән, ярҙам кулы һуҙған райондаштар, яҡташтар өсөн дә был ҙур ҡыуаныс.
Бөрйән районы конкурс башланғандан алып йыл һайын ҡатнашып килә. Һөҙөмтәләр ҙә ҡыуандырып тора. “Айыҡ ауыл-2023” конкурсында Байназар ауылы, 2022 йылда – Исламбай ауылы, 2021 йылда – Әбделмәмбәт ауылы, 2020 йылда Брәтәк ауылы еңеүсе булды. Тәүге ҡатнашыусы Тимер ауылы 2019 йылда 15 финалист исемлегенә инде.
Йыл һайын ауылдарҙы сәмләндереп ярыштырған, халҡын берләштергән, сәләмәт тормошҡа, изге һәм файҙалы эштәргә әйҙәгән ошо әһәмиәтле конкурсты ойоштороусыларға ҙур рәхмәт! – тине район хакимиәте башлығы Рәмил Миңлеәхмәт улы Абдуллин.