- «Таң» гәзите үткәргән конкурста ҡатнашып, торт алып ихлас ҡыуандым! Ә иң ҙур ҡыуаныс - ошо берҙән-бер район гәзитенең үҙ халҡына тырышып хеҙмәт итеүе. Беҙ бала саҡтан алып ошо гәзит аша бөтә район яңылыҡтары, илдә барған хәл-ваҡиғалар менән танышабыҙ, файҙалы мәҡәләләр, ҡыҙыҡлы хикәйәләр уҡыйбыҙ, төрлө конкурстарҙа ҡатнашабыҙ.
Киләсәктә лә халҡыбыҙға арымай-талмай хеҙмәт итеп, оҙон-оҙаҡ йәшәһен район гәзите! Эшегеҙҙә ижади уңыштар, сәләмәтлек, бәхет теләйем һәм оло рәхмәтемде белдерәм, - тип яҙып ебәргән еңеүсебеҙ Зүлиә Маликова.
Ә еңеүсе өсөн "Таң" гәзите биҙәлеше менән махсус тортты Нурия Ғәбиҙуллина бешереп бирҙе. Күҙҙең яуын алырлыҡ матур һәм телде йоторлоҡ тәмле торттар менән ҡыуандырыусы оҫта ҡуллы райондашыбыҙға эшендә уңыштар теләйбеҙ!