Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
21 Ноябрь 2023, 16:40

Әсәйебеҙ - донъя ҡотобоҙ!

#Әсәйҙәрҙең_бөйөклөгөн_йәшәй_йәшәй_аңлайбыҙ_Конкурс Әсәй! Донъялағы иң яҡын, ҡәҙерле кеше! Ниндәй тылсымлы, яғымлы һүҙ! Ошо дүрт кенә хәрефтән торған һүҙгә иһә бөтөн матурлыҡ, изгелек, игелек, яуаплылыҡ, сабырлыҡ һәм башҡа матур сифаттар һыйған.

Әсәйебеҙ - донъя ҡотобоҙ!
Әсәйебеҙ - донъя ҡотобоҙ!

Тормошта  әсә кеше ниндәй генә эштәр башҡармай - һауынсы һәм һатыусы ла ул, тәрбиәсе һәм табип та ул, уҡытыусы һәм йырсы ла ул. Ниндәй генә эшкә тотонһа ла, әсәйҙәребеҙ үҙҙәренең оҫталығы, уңғанлығы, бөйөклөгө менән беҙҙе һоҡландыралар.

Артабан яҙмабыҙҙы, шундай һоҡландырғыс, сабыр, изге күңелле ҡәҙерле кешебеҙ тураһында дауам итәйек .

Әсәйебеҙ, Венера Әхтәр ҡыҙы, 1965 йылда хозур тәбиғәтле, Ағиҙел йылғаһы буйында урынлашҡан Бөрйән районы Иҫке Монасип ауылында  күп балалы ғаиләлә өсөнсө ҡыҙ  булып яҡты донъяға килә. Бала сағынан бик егәрле, тырыш, эшһөйәр  булып үҫә. Ауылда мәктәпте тамамлап, Өфө ҡалаһында уҡытыусы һөнәренә юғары белем ала. Утыҙ дүрт йыл уҡыусыларына өлгө булып, көсөн һәм ваҡытын йәлләмәй, бар йөрәген, күңелен эшенә бағышлап, үҙе һайлаған уҡытыусы  һөнәренә тоғро булып эшләп йөрөй. Әсәйебеҙҙең ҡулынан килмәгән, булдыра алмаҫтай эше юктыр, ҡул ҡаушырып ултырғандарҙан түгел ул.  Баҡса тултырып йәшелсә  сәсергә, еләк-емеш йыйырға, күҙ яуын алырлыҡ  төрлө сәскәләр, гөлдәр  үҫтерергә,  семәрләп йылы ойоҡ, бейәләйҙәр бәйләп ейәндәрен дә ҡыуандырырға  өлгөрә. Тормошонда осраған ҡаршылыҡтарға бирешмәй,  беҙгә - ике ҡыҙына ғүмер, бәхетле бала саҡ  бүләк итеп, уҡытып, эйәле–башлы итеп, әлеге ваҡытта  кейәүҙәренә  хөрмәтле ҡәйнә, өс ейәненә яратҡан өләсәй ул  ҡәҙерле кешебеҙ.

Әсәкәйебеҙ, һине яҡынлашып  килгән байрам менән ҡотлап һиңә ныҡлы һаулыҡ, именлек, бәхетле ҡартлыҡ, балаларындың ҡәҙер-хөрмәтенә һөйөнөп,  ҡыуаныс–шатлыҡтарҙан ғына торған ғүмер кисереүеңде теләйбеҙ.

Барыһы өсөн һиңә рәхмәтлебеҙ,
Әсәйебеҙ, донъя ҡотобоҙ!
Һин бар саҡта беҙ сабыйҙар әле,
Һин бар саҡта яна утыбыҙ.
Һин бар саҡта йыһан үҙе бишек,
Бәүеләбеҙ тойоп йылыңды.
Алыҫтарҙа һағынып йәшәһәк тә
Онотмайбыҙ йөрәк наҙыңды.
Беҙҙең өсөн йәшәү өлгөһө һин,
Йәм биреүсе яҡты донъяға.
Яратыуың, һағыныуың тойоп
Ашҡынабыҙ һинең яныңа.

 

Ҡыҙҙары Лилиә һәм Лениза.

Әсәйебеҙ - донъя ҡотобоҙ!
Әсәйебеҙ - донъя ҡотобоҙ!
Автор:
Читайте нас: