Әсәй, ябай ғына һүҙ, ләкин был һүҙҙә күпме гүзәллек, йылылыҡ, бөйөклөк, матурлыҡ, тырышлыҡ, изгелек тойорға, күрергә була. Әсәй ул һәр кемдең иң ҡәҙерле, яҡын кешеһе. Тиҙҙән генә әсәйҙәр көнөн ҡаршы алабыҙ, шул уңайҙан әсәйем хаҡында һеҙгә лә бәйән итәйем әле.
Әсәйем – Баязитова Рәғиҙә Абдулхаҡ ҡыҙы, 1966 йылда, Бөрйән районы, Байғаҙы ауылында тыуған. Шулай ти ҙә ҡуябыҙ, ысынында, Яңы Монасип ауылы ҡыҙы ул. Мишәрҙә оҙаҡ йәшәмәгәнлектән, Байғаҙыны тыуған ауылы тип һанай. Бала сағы, йәшлек йылдары ла ошо матур ауыл менән бәйле.
Райхана һәм Абдулхаҡ Иҫәнбаевтарҙың күп балалы ғаиләһендә, 8-се бала булып донъяға килгән. Байғаҙыла башланғыс белемде алғандан һуң, уҡыуын Иҫке Собханғол мәктәбендә дауам иткән. 1984 йылда Сибайҙа тегенсе һөнәрен үҙләштереп, бер йыл эшләгәндән һуң, тыуған яҡтарын һағынып кире Байғаҙыһына ҡайта һәм «Бөрйән» совхозында һауынсы булып эш башлай. Маҡтау грамоталары ла бар. Яҡшы хеҙмәте өсөн, районыбыҙҙың алдынғы колхоз эшселәре менән, Болгарияға ялға ла барып ҡайтҡан.
1988 йылда Килдеғол ауылы егете – Баязитов Ильяс Ахунйән улы менән сәстәрен сәскә бәйләйҙәр. Һарағыға килен булып төшкәс тә, һауынсылыҡ эшен ташламай, «Урал» колхозында тырышып эшләп, хәҙер хаҡлы ялда. Әсәйгә эйәреп, Нурзилә менән беҙ ҙә һыйыр һауыу, уларға бесән һалышыу, аҫтын таҙалау кеүек эштәрендә ярҙамлашырға бара торғайныҡ фермаға. Йәйләүҙә йөрөүҙәр айырым бер тарих, күңелле мәлдәр булып хәтерҙә тороп ҡалған.
Атай менән әсәй 4 балаға – өс ҡыҙ һәм бер малайға ғүмер бирәләр. Игеҙәктәре - Инзирә һәм Нурзилә ғаиләләре менән Иҫке Собханғолда йәшәйҙәр, улдары Ислам Өфөлә эшләп йөрөй, Рәмзиләләрее өйҙә, атай һәм әсәй ярҙамсыһы. Бәхетле олатай һәм өләсәйҙең 5 ейән-ейәнсәре бар.
Әсәй иген урыу осоронда, ырҙын эшендә лә йөрөнө бер-нисә йыл. Атай «Урал» колхозының бригадиры булған осорҙа, йәй көндәрендә эшселәргә икмәген дә бешерҙе. Көнөнә 4-5 мейес икмәк һала ине. Ул арала башҡа эшен дә эшләп өлгөрә, ырҙында эштә ҡайнай, мал-тыуар, ҡош-ҡорт, балалар, тигәндәй.
Ҡәҙерлебеҙ бер ваҡытта ла кешегә һуҡранып, ҡаршы әйтеп йөрөгәнен күрмәҫһең. Кешеләргә һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер. Әле лә МХО егеттәренә ярҙам булһын тип, бейәләй бәйләп йөрөй.
Бер ваҡытта ла буш ултырғанын күрмәҫһең, ҡулынан килмәгән эше юҡ уның. Ниндәй генә эшкә тотонһа ла, барыһын да булдыра: бәйләм бәйләү, баҡса үҫтереү, бешеренеү, емеш-еләк йыйыу, мал, ҡош-ҡорт үрсетеү, уның хаҡында, һис шикһеҙ, алтын ҡуллы әсәй тип әйтергә була.
Йыл да аллы-гөллө сәскәләр, йәшелсә үҫтереп, ауыл хакимиәте, Ҡатын-ҡыҙҙар советы үткәргән баҡса буйынса конкурстарҙа гел призлы урындар яулай. Дамир Байназаров, «Сәскәләрҙән хасил йәйғор» мәҡәләһендә, әсәйҙең баҡсаһы тураһында «Уның үҫтергән сәскәләрен күргәс, йәйғор тотоп ергә түшәгәндәрме ни, тип уйлап ҡуяһың», тигән ине.
Уның бешергән аҙыҡтары телде йоторлоҡ тәмле. Хәҙер замана технологиялары үҫешкән мәлдә, ҡамыр ризыҡтарын электр духовкаларҙа бешереү еңел, ҡыҙыулығын, сәғәтен бер режимға ҡуйҙың да оноттоң. Беҙ бәләкәй саҡта ут яғып, мейестең ҡыҙыулығын самалап бешерегә тура килә ине, шунда ла әсәйҙең һәр бешергән пирог, торт, кекс, зефирҙары уңып беште. Хәҙер инде духовкала рәхәтләнеп төрлө-төрлө тәмлекәстәр бешерә. Ҡышҡылыҡҡа күпләп ҡайнатма, компот, салаттар әҙерләп ҡуя. Һыйыр ағын да әрәм итмәй - ҡорот, ҡыҙыл эремсек, творогтарҙы ла эшләп, туғандарҙы, балаларын күстәнәстән өҙмәй. Уларҙың йортонан бер ваҡытта ла кеше өҙөлмәй.
Бәйләм бәйләргә, тегенеү эшенә лә оҫта ҡәҙерлебеҙ. Башланғыс синыфта уҡыған саҡта (кейемгә ҡытлыҡ мәлдә) кәзә дебетенән бер иш, матур, йомшаҡ ҡына, ике яҡтан суҡлы итеп кәпәс бәйләп бирҙе Нурзилә менән икебеҙгә лә. Ул бәйләгән бейәләй, ойоҡтарҙың иҫәбе-һаны юҡ. Бына яңыраҡ та, аяҡтарығыҙ өшөп йөрөмәһен тип, барыбыҙға ла йылы ойоҡбаштар бәйләп бирҙе.
Ҡәҙерлебеҙ ҙә, башҡа әсәйҙәр кеүек, балаларым тип тырыша, ҡайғыра, беҙҙең өсөн өҙөлөп тора, һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер. Беҙҙең терәгебеҙ, таянысыбыҙ, ышанысыбыҙ. Ейән-ейәнсәрҙәрен тупылдатып һөйөргә, тәмле күсәнәстәре менән һыйларға, уйынсыҡ, бүләктәре менән ҡыуандырырға ярата. Улары ла үҙ сиратында, өләсәйгә арҡаланып, иркәләнеп, шашып ҡалырға ғына торалар.
Әсәйле, өләсәйле йәшәү – үҙе бер ҙур бәхет.
Әсәйҙәрҙең бөйөклөгөн йәшәй-йәшәй, дөрөҫөрәге, үҙебеҙ әсәй булғас аңлайбыҙ. Беҙ һиңә сикһеҙ рәхмәтлебеҙ, әсәйкәйем. Һин беҙҙең ҡояшыбыҙ! Беҙҙе ҡыуандырып, артабан да йылылыҡ, изгелек өләшеп, атай менән тиң һәм бәхетле ғүмер итеп, сәләмәтлектә, оҙон-оҙаҡ йәшәргә яҙһын тигән теләктәбеҙ.