Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
15 Август 2022, 16:28

Йомабай Иҫәнбаев исемендәге ҡурайсылар конкурсына ғаризалар ҡабул ителә

Йомабай Иҫәнбаев исемендәге Республика ҡурайсылар конкурсы заявкалар ҡабул итеүен дауам итә. Унда ҡатнашыуға үҙешмәкәр һәм профессиональ ҡурайсылар, ҡурайсылар ансамблдәре саҡырыла.

Йомабай Иҫәнбаев исемендәге ҡурайсылар конкурсына ғаризалар ҡабул ителә
Йомабай Иҫәнбаев исемендәге ҡурайсылар конкурсына ғаризалар ҡабул ителә

Конкурс 16-17 сентябрҙә Хәйбулла районының Аҡъяр ауылында ойошторола.

Сара барышында бынан алдағы конкурстар лауреаттары, халыҡ йырсылары, бейеүселәр һәм быйылғы конкурс еңеүселәре ҡатнашлығында концерт буласаҡ.

Ижади бәйге өс йәш категорияһында үткәрелә: 12 йәшкә тиклемгеләр, 12-16 йәшлектәр һәм 16 йәштән өлкәндәр.

Проект ҡурайҙа уйнау традицияларын һаҡлауға, тергеҙеүгә һәм артабан үҫтереүгә, һәләтле башҡарыусыларҙы асыҡлауға, йәштәрҙе башҡорт инструменталь фольклорына йәлеп итеүгә, ҡурайҙа уйнау сәнғәтен пропагандалауға йүнәлтелгән.

Конкурстың ойоштороусылары - Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Хәйбулла районы хакимиәте һәм Башҡортостан Республикаһының ҡурайсылар союзы йәмәғәт ойошмаһы.

Ғаризалар 10 сентябргә тиклем электрон адрестар буйынса ҡабул ителә: [email protected] , [email protected].

Һорауҙар менән 450103, Өфө ҡалаһы, Зәйнәб Биишева урамы, 17/2 адресы буйынса Республика халыҡ ижады үҙәгенә мөрәжәғәт итергә.

Телефон: 8 (347) 289-65-50. Яуаплы: Әхмәтйәнова Эльвира Искәндәр ҡыҙы;

БР Хәйбулла районы муниципаль районының мәҙәниәт бүлеге, тел.: 8 (34758) 2-13-65.

Яуаплы: Иштанова Гөлиә Ғәйнислам ҡыҙы.

Конкурс тураһында положение:  https://rcntrb.com/ru/dokumenty/polozheniya-festivalej-i-konkursov/6896-polozhenie-o-respublikanskom-konkurse-kuraistov-im-yumabayaisyanbaeva  

Автор:
Читайте нас: