Конкурс Рәсәйҙең 1812 йылғы Ватан һуғышында еңеүенә 210 йыл тулыуға арналған.
-Француздар «төньяҡ амурҙары» тип йөрөткән башҡорт атлылары Наполеон ғәскәрҙәрен еңеүгә ҙур өлөш индергән. Беҙҙең конкурс башҡорт атлыларының ҡаһарманлығын данлау ғына түгел, шулай уҡ үҙҙәренең сыҙамлылығы һәм талымһыҙлығы менән дан тотҡан башҡорт тоҡомло аттарға ла ихтирам күрһәтеү, - тип һөйләне конкурсты ойоштороусы Алмас Шөгөров.
Санитар нормалар буйынса, конкурста тик ун ғына команда ҡатнаша ала. Ойоштороусылар Урал аръяғының бөтә райондарына ҡатнашырға саҡырыу ебәргән.
Конкурс шарттарына ярашлы, һәр командала өсәр кеше булырға тейеш (2 ярҙамсы һәм 1 атҡа һыбай менеүсе). Уларға өйрәтелмәгән тайҙы менеп, һыбай килеш мөмкин тиклем оҙағыраҡ ҡалырға кәрәк.
Фото: https://ye102.ru/ сайтынан алынды