Коммуналь хеҙмәт
5 Августа , 08:25

"Юл рәтләнеүен 43 йыл көттөк"

Нәби ауылында Моронташ һәм Ә.Һатыбалов урамдары араһындағы тыҡрыҡҡа таш түгеп тигеҙләү эштәре башҡарылды.

"Юл рәтләнеүен 43 йыл көттөк""Юл рәтләнеүен 43 йыл көттөк"
"Юл рәтләнеүен 43 йыл көттөк"
Ике урамды тоташтырған тыҡрыҡта юл булмауы ауыл халҡын электән борсоно. Сөнки ямғыр күберәк яуған ваҡытта был тирә үтеп сыҡҡыһыҙ батҡаҡ, ҡойо булған.
-Ошо юлдың рәтләнеүен 43 йыл көттөк. Билдән ҡойоға батып торған саҡтар ҙа булды. Район етәкселегенә ҙур рәхмәт, эштәрендә уңыштар теләйем, - ти был хаҡта Мөслимә апай Вәлиева.  
 
Район хакимиәте башлығы Рәмил Абдуллин ауыл халҡының зарын иғтибарға алып, тыҡрыҡтағы 600 метр оҙонлоҡтағы юлды рәтләү эшен «Алағуян» МУП-ы хеҙмәткәрҙәренә тапшырған. Улар үҙ сиратында был эште тиҙ арала тамамлап та ҡуйған.
"Хәҙер был юлдан автомашиналар ҙа, йәйәүлеләр ҙә бер ҡыйынлыҡһыҙ йөрөй ала", - тип ҡыуанысы менән уртаҡлашты ауыл биләмәһе башлығы Илгиз Муллағолов.
"Юл рәтләнеүен 43 йыл көттөк"
"Юл рәтләнеүен 43 йыл көттөк"
"Юл рәтләнеүен 43 йыл көттөк"
Автор:Айгузель Уразаева
Читайте нас