Бөтә яңылыҡтар
Коммуналь хеҙмәт
8 Сентябрь 2022, 09:00

Тротуарҙарҙы төҙөкләндереүгә ҙур иғтибар бирелә

Подряд ойошмалары эште октябрь аҙағына тиклем тамамларға тейеш.

Тротуарҙарҙы төҙөкләндереүгә ҙур иғтибар бирелә
Тротуарҙарҙы төҙөкләндереүгә ҙур иғтибар бирелә

Өфө хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, һуңғы йылдарҙа баш ҡалала юл селтәре һиҙелерлек яҡшырҙы. Статистика мәғлүмәттәре лә ошо турала һөйләй. Бындай күрһәткестәргә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты (национальный проект "Безопасные и качественные автомобильные дороги") ярҙамында өлгәшелде. Атап әйткәндә, 2030 йыл аҙағына ҡала агломерацияһында норматив хәлгә килтерелгән юл селтәре өлөшөн 85 процентҡа еткереү күҙаллана.

Төҙөкләндереү миҙгеле аҙағына Өфөлә дөйөм оҙонлоғо 23 километрлыҡ 17 юл участкаһы ремонтлана. Эш барышында иҫке асфальт-бетон япмаһы яңыһына алмаштырыла, бордюр таштары ҡуйыла, техник һыҙаттары тәртипкә килтерелә. Юлсылар тротуарҙарҙы ремонтлауға ҙур иғтибар бирә. Быйыл милли проект буйынса 40 мең квадрат метрҙан ашыу майҙанда тротуарҙар яңыртыла.

Төҙөлгән килешеүҙәргә ярашлы, капиталь төҙөкләндереү эштәрен, күп аҡса талап иткән объекттарҙан тыш, подряд ойошмалары 2022 йылдың октябрь аҙағына тиклем тамамларға тейеш.

Фото: ufacity.info/press/news/469805.html

Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/307117

Автор:
Читайте нас: