Бөтә яңылыҡтар
Коммуналь хеҙмәт
21 Ғинуар 2022, 10:50

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тармағындағы дәүләт мәғлүмәт системаһы – ул заманса һәм уңайлы платформа

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһен граждандар өсөн аңлайышлыраҡ һәм асығыраҡ итеү,  уларға киң мәғлүмәттәр исемлегенә инеү мөмкинлеген тәьмин итеү - төп бурыс.

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тармағындағы дәүләт мәғлүмәт системаһы –  ул заманса һәм уңайлы платформа
Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тармағындағы дәүләт мәғлүмәт системаһы – ул заманса һәм уңайлы платформа

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡтың дәүләт мәғлүмәт системаһы  -  бөтә илдән һәм баҙарҙа ҡатнашыусыларҙан торлаҡ-коммуналь хужалыҡтың торошо тураһында мәғлүмәттәр йыйылған берҙәм ресурс: рәсәйлеләр Торлаҡ-коммуналь хужалығының дәүләт мәғлүмәт системаһы аша идара итеүсе һәм ресурс менән тәьмин итеүсе ойошмалар, ТСЖ, төрлө кимәлдәге власть органдары менән үҙ-ара эш итә ала.

Системаға ошо һылтанма аша инергә мөмкин: https://dom.gosuslugi.ru/#!/main.

Система ярҙамында:

-ағымдағы һәм алдағы осор өсөн иҫәпләүҙәрҙе ҡарарға, шулай уҡ күрһәтелгән торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләргә;

-иҫәпкә алыу приборҙары күрһәткестәрен индерергә һәм тикшерергә;

-идара итеүсе ойошмалар башҡарған эштәрҙе, шулай уҡ уларҙың хаҡын контролдә тоторға;

-идара итеүсе ойошманың лицензияһы булыу-булмауын тикшергә;

-йорттарҙа капиталь ремонт үткәреү графигын ҡарап белергә;  

-торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә тарифтар тураһында мәғлүмәт алырға;

-электрон тауыш биреүҙәрҙә йорт менән идара итеүҙә ҡатнашырға һәм форумда күршеләр менән мәсьәләләрҙе һәм проблемаларҙы тикшерергә;

-власть органдарына мөрәжәғәттәр ебәрергә;

-үҙеңдең күп фатирлы йортоңда коммуналь ресурстарҙы планға ярашлы туҡтатыу тураһында белдереү ҡағыҙы һәм башҡа бик күп мәғлүмәт алырға мөмкин.

Бөгөн Торлаҡ-коммуналь хужалығының дәүләт мәғлүмәт системаһына айырым теркәлеү талап ителмәй.  Был сайтҡа “Дәүләт хеҙмәттәре” (www.gosuslugi.ru) порталындағы  раҫланған шәхси кабинет аша инергә мөмкин.

Система менән файҙаланыу  уңайлы булһын өсөн iOS һәм Android системаһы аша эшләгән мобиль ҡушымталар ҙа булдырылған.

Торлаҡ-коммуналь хужалығының дәүләт мәғлүмәт системаһын үҫтереү буйынса эштәр сиктәрендә уны башҡа төбәк һәм муниципаль мәғлүмәт системалары менән берләштереү, шулай уҡ берҙәм дәүләт хеҙмәттәре порталы менән үҙ-ара эш итеүҙе киңәйтеү күҙаллана. Был системала мәғлүмәт урынлаштырыу процесын оптималләштерергә һәм мәғлүмәттәрҙең ҡабатланыуына юл ҡуймаҫҡа мөмкинлек бирәсәк.

Автор:
Читайте нас: