Бөтә яңылыҡтар
Коммуналь хеҙмәт
13 Сентябрь 2021, 15:00

Республикала йылытыу миҙгелен 16 сентябрҙә башларға йыйыналар

Башҡортостанда сираттағы йылытыу миҙгелен 16 сентябрҙә асыу күҙаллана, тип хәбәр иттеләр бөгөн республика хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә.

Республикала йылытыу миҙгелен 16 сентябрҙә башларға йыйыналар
Республикала йылытыу миҙгелен 16 сентябрҙә башларға йыйыналар

Башгидромет фаразын иҫәпкә алып, ошондай ҡарар ҡабул ителде. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, коммуналь хеҙмәттәр күрһәтеү ҡағиҙәләре буйынса, һауа температураһы биш тәүлек рәттән һигеҙ градустан түбән булһа, муниципалитет башлығы йылытыу миҙгелен башлау тураһында ҡарар ҡабул итергә тейеш.

Республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Алан Марзаев әйтеүенсә, 20-22 сентябргә Башҡортостанда уртаса тәүлек температураһы, синоптиктар мәғлүмәте буйынса, биш көн дауамында һигеҙ градустан юғары күтәрелмәй.

Шуға күрә 16 сентябрҙән этаплап социаль объекттарға һәм күп фатирлы йорттарға йылы биреү башлана, тине Марзаев.

«Хәҙер муниципалитеттарҙың төп бурысы — йылы биреү. Шуға әҙерләнегеҙ», — тип мөрәжәғәт итте Радий Хәбиров муниципалитет башлыҡтарына.

 

 

Автор:
Читайте нас: