Әлеге ваҡытта республикала һауа температураһының ҡапыл түбәнәйеүе күҙәтелә. Урыны менән яуым-төшөмдөң көсәйеүе, буран сығыуы, юлдарҙа боҙлауыҡ.
Юлда хәлдең ҡатмарлашыуына юл ҡуймау маҡсатында бөгөн республика Дәүләт автоинспекцияһы башланғысы менән иртәнге сәғәт 9-ҙан Өфө-Инйәр-Белорет автомобиль юлында 42-нән 222 саҡырымға тиклем пассажир һәм йөк транспорты хәрәкәте ваҡытлыса сикләнде.
Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре ошо участканы сикләү урынында эшләй, юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларға ярҙам күрһәтеү өсөн бөтә саралар күрелә.
Водителдәргә һауа шарттары яҡшырғанға һәм автомобиль юлының үткәреү һәләтен тулыһынса тергеҙеүгә тиклем ошо йүнәлештә юлға сығыуҙан тыйылып торорға кәңәш итәбеҙ, - тип хәбәр итә телеграм каналында Бөрйән районының дәүләт автоинспекцияһы.