Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
7 Июль 2022, 17:00

2022 йылдың 6 айы эсендә генә 53 юл-транспорт ваҡиғаһы булған

Уларҙа 6 водителдең эскән килеш руль артына ултырыуы асыҡланған, 8 кеше (3-һе эскән булған) төрлө тән йәрәхәттәре алған.

2022 йылдың 6 айы эсендә генә 53 юл-транспорт ваҡиғаһы булған
2022 йылдың 6 айы эсендә генә 53 юл-транспорт ваҡиғаһы булған

Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең һөнәри байрамдарын билдәләне. Шул уңайҙан бүлек начальнигы Ғәҙелшин Азат Ришат улына мөрәжәғәт итеп, райондағы хәл-торошто бәйән итеүен һораныҡ.

-Беҙҙең бүлектә бөгөнгө көндә 8 кеше эшләй. Һәр хеҙмәткәр үҙенең тәғәйен эшен яуаплы башҡара. Мәҫәлән, юл күҙәтеү инспекторы Альберт Йәнбәков автомобиль юлдарының, урам-юл селтәренең хәлен күҙәтә. Эске эштәр органдарында хеҙмәт итеүенә 17 йыл. Үҙенә һалынған бурыстарҙы урын-еренә еткереп үтәй, эшенә яуаплы ҡарай.

Бүлектең төп маҡсаты – юлдарҙағы тәртипте һәм именлекте һаҡлау, хәүефһеҙлекте тәьмин итеү, юл-транспорт фажиғәләрен иҫкәртеү.

2022 йылдың 6 айы эсендә генә 53 (былтырғы йылда 39) юл-транспорт ваҡиғаһы булған. Уларҙа 6 водителдең эскән килеш руль артына ултырыуы асыҡланған, 8 кеше (3-һе эскән булған) төрлө тән йәрәхәттәре алған.

Юл-транспорт ваҡиғаларының күпселек осрағы ике автомобилдең бер-береһенә бәрелеүе (23 осраҡ), ултырған транспорт сараһына бәрелеү (10 осраҡ) менән бәйле. Йәйәүлене бәрҙереү осраҡтарында 3 кеше тән йәрәхәттәре алып, дауаханала ятып сыҡты.

Авариялар 16.00 сәғәттән 17.00 сәғәткә тиклемге арауыҡта, йәнә аҙнаның шәмбе көнөндә йыш осрай.

ЮХХДИ инспекторҙары төрлө операцияларҙа ҡатнашалар. Улар тарафынан шулай уҡ 13 енәйәт, 1545 хоҡуҡ боҙоуҙар (уларҙың 52-һе эскән килеш руль артына ултырыусылар) асыҡланған.

Иҫерек килеш ҡабаттан руль артына ултырыусыларҙың булыуы хәүефләндерә. Әйтәйек, 52 осраҡтың унауһы тап шулар иҫәбендә.

Бер ваҡытта ла эскән килеш руль артына ултырмаһындар, тиҙлек режимын, дистанцияны тотһондар, ҡаршы һыҙатҡа сыҡмаһындар һәм балаларҙы креслоһыҙ (тотоп тороу ҡоролмаларһыҙ) ултыртмаһындар ине. Хәүефһеҙлек ҡайыштарын, страховкалауҙы инҡар итеүселәр йыш осрай. Һуңғы арала үткәүелдәрҙә йәйәүлеләргә юл бирмәй башланылар. Ошо ябай ғына ҡағиҙәләрҙе үтәү күп бәлә-ҡазаларҙан аралар, - ти Азат Ришат улы.

Юлдарҙа именлек булһын өсөн инспекторҙар профилактик саралар үткәреп тора. Күптән түгел лагерҙа ял итеүсе балалар менән осрашыу үткән. КВН, “Хәүефһеҙ тәгәрмәс” конкурсында ҡатнашҡандар. Ғөмүмән, йылына ике тапҡыр һәр мәктәптә осрашыуҙар үткәрергә тырышалар.

Рейдтарға сығыу өсөн 3 юл-патруль хеҙмәте автомобиле ҡаралған. Автомобилдәр видео теркәү ҡорамалдары менән йыһазландырылған. Юл инспекторҙарына тейешле мәғлүмәт алыу һәм тикшереү өсөн ҡорамалдар булдырылған: планшеттар, тиҙлекте һәм тонировканы үлсәү приборҙары һәм башҡалар.

Юлда йөрөгән халыҡтың именлеген тәьмин итеүселәрҙең еңел булмаған эштәрендә уңыштар теләйбеҙ.

Автор:Альфина Юлчурина
Читайте нас: