Бөтә яңылыҡтар
Хеҙмәт коллективтарында
15 Сентябрь 2025, 09:01

Почтала яңы етәксе

Район үҙәгендә урынлашҡан почта бүлексәһенә етәксе итеп Гүзәл Хәләф ҡыҙы Колеганова тәғәйенләнде. Ул 2017 йылдан алып почта бүлексәһендә оператор вазифаһын башҡарған. Етәксенең ҡул аҫтында 2 тиҫтәнән ашыу хеҙмәткәр эшләйәсәк.

Почтала яңы етәксе
Почтала яңы етәксе

-Миңә халыҡ менән аралашыу, уларға ярҙам итеү оҡшай. Почтаға эшкә килгәнгә тиклем 23 йыл леспромхозда кадрҙар бүлегендә эшләнем. Унда ла кеше менән тығыҙ аралашырға тура килде.

Почта бүлеге халыҡҡа хат, гәзит-журналдар ташыу, посылкалар ебәреүҙән тыш, коммуналь хеҙмәттәргә түләү алыу, пенсия таратыу, гәзит-журналдарға яҙыу, аҙыҡ-түлек һәм көнкүреш тауарҙарын һатыу кеүек төрлө хеҙмәттәр күрһәтә. Почтальондар хаттарҙы көн һайын, ә гәзит-журналдарҙы һәр йома һайын тарата. Уларға һүҙ юҡ, үҙ эштәрен белеп, еренә еткереп эшләйҙәр. Ғөмүмән, коллектив һәйбәт, тырыш, уңған хеҙмәткәрҙәрҙән тора. Әлеге көндә беҙгә бер оператор талап ителә, - ти Гүзәл Хәләф ҡыҙы. –Әйткәндәй, 1 сентябрҙән матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы старт алды, райондаштарымды гәзит-журналдарға әүҙем яҙылырға саҡырам.

Почта бүлексәһенең ваҡытлыса эшләмәүе халыҡ араһында ҙур борсолоу тыуҙырҙы. Бигерәк тә коммуналь хеҙмәттәрҙе почта аша түләп өйрәнгән оло йәштәге кешеләр хафаланды.

-Мин бөтә булған коммуналь хеҙмәттәрҙе почта аша түләйем, хатта “Эко-сити”ға ла. Түләүҙең бүтән юлдарын эҙләп йөрөгәнем дә юҡ. Пенсияны ла почта хеҙмәткәрҙәренең ҡулынан алам. Миңә шулай уңайлы. Почта бүлексәһе эшләһен, унһыҙ беҙ тере ҡулһыҙ кеүек, - тип фекере менән уртаҡлашты Иҫке Собханғолдан Фәнил Мырҙағолов.

Почтаның эш графигы:  9.00 сәғәттән 17.00 сәғәткә тиклем, шәмбе көнө 9.00-16.00 сәғәттәрҙә.

13.00-14.00 сәғәттә - төшкө ял.

Йәкшәмбе - ял.

Халыҡҡа хеҙмәт күрһәтеүсе мөһим тармаҡтарҙың береһе булған почта бүлексәһе артабан да гөрләп эшләһен, ойошманың киләсәге яҡты булһын!

Хөрмәтле

райондаштар!

2026 йылдың 1-се ярты йыллығына “Таң” гәзитенә почта бүлексәһе аша яҙылыу:

1 айға – 196,85 һум (ветерандарға – 183,26 һум),

6 айға – 1181,10 һум (ветерандарға – 1099,68 һум).

Редакция аша:

Килеп алыу юлы менән 6 айға – 756 һум,

1 йылға -1296 һум;

ойошмаларға алып барыу юлы менән 6 айға 798 һум,

1 йылға – 1368 һум.

Шулай уҡ 1 октябрҙән 11-нә тиклем һәм 3 декабрҙән 13-нә тиклем ташламалар декадаһы үтә. Был осорҙа республика һәм район баҫмаларына ташламалы хаҡтар менән яҙылырға мөмкин. “Таң” гәзитенә һәм бер республика баҫмаһына яҙылыусылар приздар уйнатыуҙа ҡатнаша ала. Бының өсөн квитанцияларҙы “Подпишись и выиграй” билдәһе менән 450079, г.Уфа, ул.50-летия Октября, 13, АО ИД “Республика Башкортостан”, каб.212 адресына йәки podpiska@rbsmi.ru электрон адресына ебәрергә кәрәк. Яҙылығыҙ һәм бүләктәр отоғоҙ!

Автор: Айгузель Уразаева
Читайте нас