Художество етәксеһе Резеда Исхаҡова (һүрәттә уртала) мәҙәниәт йортонда 2004 йылдан алып эшләй. Эшләгән дәүерендә тырыш хеҙмәте өсөн район хакимиәтенең бик күп рәхмәт хаттары, маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнгән, Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрының почет грамотаһына лайыҡ булған. Ныҡышмал, тырыш етәксе мәҙәниәт усағында ансамблдәр булдырыу, уларҙы юғары кимәлгә күтәреү өсөн ҙур көс һала. Ауылда үткән һәр сараның уңышлы үтеүе лә уның ҡаҙанышы.
Дилфүзә Билалова (һүрәттә уңда) мәҙәни саралар ойоштороусы булып эшләй. Уның да Килдеғол мәҙәниәт йортондағы хеҙмәт стажы 20 йыл. Һәр бер сараны ойоштороусы, уйлап табыусы, сценарий төҙөүсе, алып барыусы, йыр-бейеүгә маһир Дилфүзә ауылда һәр кем менән уртаҡ тел таба белә. Тырыш хеҙмәте бик күп маҡтау ҡағыҙҙары, почет грамоталары менән баһаланған.
“Бәләкәйҙән йыр-моңдо үҙ иттем. Йыр-бейеү конкурстарында ҡатнашып, мәҙәниәт тормошонда ҡайнап йәшәгәс, һөнәр һайлағанда икеләнеү булманы. Сәнғәтте, сәхнәне яратам. Киләсәгемде унан айырым күҙ алдына килтермәйем,” – ти ул.
Ауыл мәҙәниәт йорто китапханаһында Нәзилә Исҡужина халыҡты 1997 йылдан алып хеҙмәтләндерә. Үҙ эшен бар күңелен һалып, яратып башҡарған хеҙмәткәр “Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы йыл китапханасыһы” республика конкурсында ҡатнашып I дәрәжәле диплом һәм “Башҡортостан оҫтаһы” билдәһе менән, Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының рәхмәт хаты менән бүләкләнгән.
Мәҙәниәт йортонда ҡатын-ҡыҙҙар, ир-егеттәр, балалар өсөн 11 төрлө түңәрәк эшләй. Вокал, бейеү ансамблдәре һәр сараның биҙәге. Байрам концерттарынан тыш, мәҙәниәт усағында оҫталыҡ дәрестәре, конкурстар, әҙәби кисәләр, спорт ярыштары һәм башҡа бик күп төрлө саралар үтә. Тынғы белмәҫ хеҙмәткәрҙәр башҡорт халыҡ йолаларын һаҡлау, тергеҙеү маҡсатында ауыл халҡы менән “Ҡаҙ өмәһе”, “Әйселәү”, “Ямғыр теләү”, “Киленгә һыу юлы күрһәтеү” кеүек йолаларҙы күрһәтәләр. Унан тыш, төрлө байрамдар уйлап сығарырға маһирҙар – “Яулыҡ байрамы”, “Ҡоймаҡ байрамы”, “Орсоҡ байрамы”, “Талҡан байрамы” һ.б. Халҡыбыҙҙа онотола барған шөғөлдәрҙе тергеҙеү ҙә беҙҙең бурыс, тип, оҫтабикә саҡырып, тирүгә һуғыу буйынса оҫталыҡ дәресе ойошторғандар. Күптән түгел генә округтар араһында концерт иғлан итеп, тотош урамдар менән сығыш яһап, йыйылған аҡсаны махсус хәрби опрециялағы егеттәргә ярҙамға тапшырғандар. Был концерттарҙы ойоштороуҙа депутаттар Сәит Билалов, Динислам Билалов, Фәрҙәт Ҡаһармановтарҙың ярҙамдары ҙур була.
Ауылдың йөҙөк ҡашы – “Умырзая” халыҡ фольклор ансамбле ҡыҙҙарына ҙур рәхмәтле мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре. Ул 2004 йылда барлыҡҡа килә. Ансамблдәге ҡыҙҙарҙың тырышлығы, ныҡышмаллығы менән 2012 йылда “халыҡ” исемен яҡлайҙар. Уңыштары ла етәһе – Учалы ҡалаһында үткән “Етегән йондоҙ” фольклор коллективтары араһындағы конкурста III дәрәжә лауреат дипломы, “Таҡмаҡ бәйгеһе” республика фестивалендә 2-се урын алып, “Еңеү салюты” республика конкурсында дипломант булһалар, район, республика сәхнәләрендә үткән сараларҙа ҡатнашып, танылыу яулай улар.
“Ниндәй сараға саҡырһаҡ та, һүҙебеҙҙе йыҡмай, барлыҡ сараларҙың уртаһында ҡайнап йәшәйҙәр. Республика кимәлендә төрлө конкурстарға сығып, мәртәбәле урындар яуланыҡ. “Умырзая”ларға ҙур рәхмәт,” – ти, мәҙәниәт йорто етәксеһе Р. Исхаҡова.
Мәҙәниәт йортонда урынлашҡан китапхана ла мәҙәниәттең айырылғыһыҙ бер өлөшө.
2022 йылда Килдеғол ауыл китапханаһы "Иң яҡшы ауыл мәҙәниәт учреждениелары" республика конкурсында еңеү яулап, өлөшләтә матди-техник базаһын нығытыуға өлгәште. Был конкурс "Мәҙәниәт" милли проектының "Ижади кешеләр" федераль проекты буйынса үткәрелә.
Ауыл китапханаһында ҡыҙҙар өсөн “Оҫта ҡулдар” түңәрәге эшләй. Китапханасы Нәзилә Исҡужина (һүрәттә һулда): “Түңәрәктә ырғаҡ менән пряжанан төрлө әйберҙәр бәйләргә өйрәнәбеҙ. Селтәрҙәр, мини селтәрҙәр, сәсмәү, бисерҙән сәскәләр эшләү буйынса ауылыбыҙҙың оҫта ҡуллы апайҙары түңәрәккә йөрөүсе ҡыҙҙарға оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе. Малайҙар иһә шашка-шахмат уйнарға йыйылалар. Китапхана исеменән Халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй, республика, район күләмендә ойошторолған акцияларҙа, конкурстарҙа ҡатнашып, призлы урындар яулайбыҙ. Мәҫәлән, район шиғыр һөйләүселәр конкурсында Ғилмия Яхина 3-сө урын, “Йәй һәм мин” конкурсында Айгөл Әйүпова 3-сө урын, “Атайсалым – минең төйәгем” онлайн ижади конкурста “Һүрәт” номинацияһында Ильяс Билалов менән Руслан Яхин 2-се урын, "Көҙгө моң" район шиғыр һөйләүселәр конкурсында 4 синыф уҡыусылары Фаягөл Әйүпова, Ибраһим Миндеғолов 2-се урын яуланылар”.
Китапханала яҙыусыларҙың юбилей кисәләре, әҙәби-музыкаль кисәләр, әҙәби, мәғлүмәт сәғәттәре, конкурстар, ял кисәләре даими үтә.
Ғөмүмән алғанда, мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәренең эше гөрләп алға бара. Улар мәктәп, балалар баҡсаһы, ағинәйҙәр, ветерандар советы менән берлектә эш итә. Ауыл халҡының тормошо йәмлерәк, күңеллерәк, файҙалыраҡ үтһен өсөн тырышҡан өс хеҙмәткәрҙең дә күҙгә күренмәҫ эштәре бихисап. Эштән тыш, ауыл кешеһенә хас булғанса, өйҙәрендә бынамын итеп донъя көтәләр - мал аҫрап, ҡош-ҡорт үрсетәләр, баҡса тоталар. Үҙҙәренең һайлаған һөнәрҙәренә тоғро булып, эштәрен яратып башҡарған Килдеғол мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәренә артабан да тик уңыштар юлдаш булһын.