-7 °С
Ҡар
Бухгалтерҙарҙың аныҡ һәм иғтибарлы эшенә бер ойошманың уңышы ғына түгел, ә бөтә дәүләттең иҡтисады бәйле. Бөгөн Рәсәйҙә был һөнәр буйынса 3,5 миллиондан ашыу кеше эшләй.
Районыбыҙҙың үҙәкләштерелгән бухгалтерияһында 30 белгес эшләй. Уларҙы Фәйрүзә Әхмәт ҡыҙы Хәкимова етәкләй. Үҙәкләштерелгән бухгалтерия райондағы мәктәптәрҙе, мәҙәниәт йорттарын, ауыл биләмәләрен һәм башҡа ойошмаларҙы хеҙмәтләндерә. Хеҙмәткәрҙәргә ваҡытында эш хаҡы түләү, килемде һәм сығымдарҙы дөрөҫ бүлеү һәм, әлбиттә, ойошмаларҙың финанс именлеге - улар ҡулында.
Районыбыҙҙың иҫәп-хисап өлкәһендә эшләүсе хеҙмәткәрҙәрҙе һөнәри байрамдары менән ҡотлайбыҙ һәм эштәрендә уңыштар теләйбеҙ!