Бөтә яңылыҡтар

ГТО-ның алтын билдәләре тапшырылды

Районда даими рәүештә йыл дауамында ойошма һәм учреждение хеҙмәткәрҙәре “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” (ГТО) Бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексы буйынса нормативтар тапшыра.

ГТО-ның алтын билдәләре тапшырылды
ГТО-ның алтын билдәләре тапшырылды

Бөгөн райондың ГТО буйынса тест үҙәге етәксеһе Азамат Ырыҫҡолов “Газпром газ бүлеү Өфө” акционер ойошмаһының Белорет филиалы Бөрйән комплексы бүлексәһе һәм Бөрйән электр селтәрҙәре ойошмаһы хеҙмәткәрҙәренең ГТО нормаларын иң яҡшы үтәүселәренә алтын билдәләр тапшырҙы. Был билдәгә Андрей Ефимов, Илнар Һатыбалов, Наил Бикбулатов, Аслан Мырҙабаев, Рәмзил Иҫәнбаев, Сәлим Ҡотлоғәләмов, Әҡсән Манапов, Динар Әминев, Вәғиз Насыров, Барый Юлъяҡшин, Ғәйсәр Салауатов, Иштуған Фәйзуллин, Раян Көмөшбаев, Әғзәм Иҫәнаманов лайыҡ булдылар.

“Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” — физик культура һәм спорт өлкәһендә дәүләт сәйәсәтен артабан камиллаштырыу, халыҡтың һаулығын нығытыу маҡсатында булдырылған Бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексы. Мәктәптәрҙә был комплекс 2016 йылдың ғинуарынан, халыҡ араһында 2018 йылдың ғинуарынан индерелгәйне.  

Киләһе аҙнала ГТО-ның алтын билдәләре Юл ремонтлау һәм төҙөкләндереү, район хакимиәте һәм район мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәренә тапшырыласаҡ.

ГТО-ның алтын билдәләре тапшырылды
ГТО-ның алтын билдәләре тапшырылды
ГТО-ның алтын билдәләре тапшырылды
ГТО-ның алтын билдәләре тапшырылды
ГТО-ның алтын билдәләре тапшырылды
ГТО-ның алтын билдәләре тапшырылды
ГТО-ның алтын билдәләре тапшырылды
ГТО-ның алтын билдәләре тапшырылды
ГТО-ның алтын билдәләре тапшырылды
ГТО-ның алтын билдәләре тапшырылды
Автор:Айгузель Уразаева
Читайте нас: