Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
22 Июнь , 11:18

Һалдат һәйкәле янында Хәтер митингыһы үтте

22 июндә Рәсәйҙә Хәтер һәм ҡайғы уртаҡлашыу көнө билдәләнә. Тап 1941 йылдың 22 июнендә Бөйөк Ватан һуғышы башланған. Был көндө беҙ Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһармандарының, тыл ветерандарының һәм Еңеүҙе яҡынайтыуға үҙ өлөшөн индергәндәрҙең барыһын да хөрмәтләп иҫкә алабыҙ.

Һалдат һәйкәле янында Хәтер митингыһы үтте
Һалдат һәйкәле янында Хәтер митингыһы үтте

Башҡортостан ил азатлығы өсөн көрәшкә 700 меңгә яҡын ул һәм ҡыҙын оҙата. Уларҙың һәр икенсеһе тыуған яҡтарына кире әйләнеп ҡайтмай. Республиканан 278 яугир һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн Советар Союзы геройы, ә 35 кеше Дан орденының тулы кавалеры исемдәренә лайыҡ була.

Бөтә ил менән бергә беҙҙең райондан да 2200-ҙән ашыу яҡташыбыҙ фронтҡа юллана. Уларҙың 1290 тирәһе генә Тыуған яғына әйләнеп ҡайта.

Бөгөн район үҙәгендә Иҫке Собханғол мәктәбе янындағы һалдат һәйкәле янында хәтер митингыһы үтте. Район ветерандар Советы рәйесе Олег Марс улы Ғәлиев бөгөнгө тыныс тормоштоң ниндәй ҡорбандар аша яуланғаны хаҡында әйтеп үтте.  Бөгөн дә Тыуған илебеҙ тыныслығы өсөн махсус хәрби операция шарттарында төрлө бәрелештәрҙә, ҡыҙыу нөктәләрҙә ҡаһарман егеттәребеҙ ҡатнаша. Уларҙың батырлығы беҙҙең хәтерҙә мәңге һаҡланыр.

Тыуған ил именлеге, тыныслығы өсөн ҡорбан булған һуғыш ветерандары һәм тыл хеҙмәтсәндәре хөрмәтенә сәскәләр һалынды. Һуғыш ҡорбандары иҫтәлегенә бер минут тынлыҡ иғлан ителде.

Илебеҙ тыныс, күгебеҙ аяҙ булһын.

Һалдат һәйкәле янында Хәтер митингыһы үтте
Һалдат һәйкәле янында Хәтер митингыһы үтте
Һалдат һәйкәле янында Хәтер митингыһы үтте
Һалдат һәйкәле янында Хәтер митингыһы үтте
Автор:Рушан Баимов
Читайте нас: