Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
29 Июль , 09:40

Ҡырғыҙстанға нимә һатабыҙ?

Башҡортостандан Ҡырғыҙстанға экспорт 22,8 процентҡа артҡан.

“Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты сиктәрендә 2024 йылдың ғинуар – майында Башҡортостан Республикаһынан Ҡырғыҙ Республикаһына экспорт тәьминәте күләме 2023 йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 22,8 процентҡа артҡан. Башҡортостандың Ҡырғыҙстанға экспортының нигеҙен быйыл 1-се кварталда минераль тауарҙар, металл һәм уларҙан изделиелар, химия сәнәғәте тауарҙары, каучук, ағас һәм целлюлоза-ҡағыҙ әйберҙәр, аҙыҡ-түлек тауарҙары һәм сеймал тәшкил итте.

– 2024 йылдың ғинуар – майында экспорт республиканың был ил менән бөтә тауар әйләнешенең 99 процентын тәшкил итте. Шул уҡ ваҡытта Башҡортостандың Ҡырғыҙстан менән үҙ-ара тауар әйләнеше күрһәткесе ағымдағы йылдың биш айында 2023 йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 21,8 процентҡа артҡан. Шуныһы мөһим, уҙған йыл һөҙөмтәләре буйынса Ҡырғыҙстан тышҡы сауҙа әйләнеше буйынса уҙаҡташтарыбыҙ рейтингында өс процент өлөш менән һигеҙенсе урынды алды. Быйыл дәүләт Башҡортостандың тәүге 10 контрагенты иҫәбенә инеүен дауам итә, – тине Башҡортостан Республикаһының тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева.

Маргарита Болычева һүҙҙәренсә, 2023 йылда ил Башҡортостандан башлыса яғыулыҡ-энергетика тауарҙары, ағас һәм целлюлоза-ҡағыҙ изделиелары, металдар һәм уларҙан изделиелар, башҡа тауарҙар импортҡа сығарылған. Шулай уҡ Ҡырғыҙ Республикаһына машиналар эшләү тауарҙары, туҡыма, туҡыу изделиелары һәм аяҡ кейеме, аҙыҡ-түлек тауарҙары һәм сеймал, атап әйткәндә, шәкәр, кондитер изделиелары, иген, дарыу үҫемлектәре һәм һалам килтерелә.

Бынан тыш, Ҡырғыҙстандан контрагенттар эҙләү менән ҡыҙыҡһынған Башҡортостан эшҡыуарҙары Ҡырғыҙ-Рәсәй иҡтисади форумында ҡатнаша ала. Сара 2024 йылдың 12-14 сентябрендә Ҡырғыҙстандың Ысыҡкүл өлкәһе биләмәһендә үтәсәк.

Форум барышында тематик панель сессияларҙа Ҡырғыҙстан менән энергетика, тау-мәғдән сәнәғәте, туризм, агросәнәғәт комплексы өлкәһендә, атап әйткәндә, ауыл хужалығы эшкәртеү, ауыл хужалығы продукцияһын, мал аҙығын, ашламаны ҡорамалдар һәм төрөү йәһәтенән сауҙа-иҡтисади һәм инвестиция хеҙмәттәшлеге мәсьәләләре ҡараласаҡ.

Алдан теркәлеүҙе һылтанма буйынса (по ссылке) 6 сентябрҙән дә һуңға ҡалмайынса үтергә кәрәк.

Ҡырғыҙ-Рәсәй иҡтисади форумының программаһы менән тулыраҡ һылтанма буйынса (по ссылке) танышырға мөмкин.

Белешмә:

Рәсәй Федерацияһы Президентының 2020 йылдың 21 июлендәге 474-се Указы менән билдәләнгән “Лайыҡлы һәм һөҙөмтәле хеҙмәт һәм уңышлы эшҡыуарлыҡ” милли маҡсаты сиктәрендә “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты (национальный проект "Международная кооперация и экспорт") тормошҡа ашырыла, уның маҡсаты - 2030 йылға сеймал һәм энергетик булмаған тауарҙар экспортының 2020 йыл менән сағыштырғанда 70 проценттан кәм булмаған ғәмәлдәге үҫешен тәьмин итеү.

Маҡсатлы күрһәткескә өлгәшеү “Сәнәғәт экспорты”, “Агросәнәғәт комплексы тауарын экспортлау” һәм “Халыҡ-ара кооперацияны һәм экспортты үҫтереүҙең системалы саралары” федераль проекттары сараларын тормошҡа ашырыу иҫәбенә планлаштырыла.

Милли проекттар РФ Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2019 йылдан тормошҡа ашырыла.

Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: pravitelstvorb.ru.

Автор:Рәмилә Мусина
Ҡырғыҙстанға нимә һатабыҙ?
Ҡырғыҙстанға нимә һатабыҙ?
Автор:
Читайте нас: