Быйыл тәүге алты айҙа Башҡортостан Ҡытайға дүрт мең кубометрҙан ашыу юнысҡы һәм ағас-юнысҡы плитәне (ОСП, ДСП) экспортҡа оҙатҡан, тип хәбәр иттеләр Россельхознадзорҙың төбәк буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәтенән.
Экспортҡа әҙерләнгән продукция өлгөләре Россельхознадзор ҡарамағындағы Башҡортостан һынау лабораторияһында кәрәкле лаборатор экспертиза үткән. Фитосанитар экспертиза һөҙөмтәләре буйынса карантин организмдары асыҡланмаған. Ағас әйберҙәрҙең бөтә оҙатылған продукцияһы Ҡытай Халыҡ Республикаһының баш таможня идаралығы талаптарына тап килә. Ағас плитәләр контейнер поездары менән тейәлгән.
“Лайыҡлы һәм һөҙөмтәле хеҙмәт һәм уңышлы эшҡыуарлыҡ” милли маҡсаты сиктәрендә “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) тормошҡа ашырыла.
Уның маҡсаты – 2030 йылға сеймал энергияһын тауарҙар экспортының 2020 йыл менән сағыштырғанда кәмендә 70 процентҡа артыуын тәьмин итеү.
Милли проекттар РФ Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2019 йылдан тормошҡа ашырыла.
Фото: Россельхознадзорҙың Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәте, архив фотоһы.