- Дәүләт комитеты һәм электрон сауҙа майҙансыҡтары менән бергә эшләү тиҙләтелгән режимда һатып алыуҙарҙы тәьмин итеү буйынса мәсьәләләрҙе хәл итергә булышлыҡ итә. Башҡортостандың Конкурентлы сәйәсәт буйынса дәүләт комитеты «Сбербанк-АСТ» электрон сауҙа майҙансығы менән берлектә «кәштә»нән һатып алыу буйынса төп үҙгәрештәр тураһында вебинар үткәрә, - тип белдерҙе республиканың Конкурентлы сәйәсәт буйынса дәүләт комитеты рәйесе Гөлшат Арыҫланова.
Вебинарҙың спикеры – Марина Веселова, «Сбербанк-АСТ» электрон сауҙа майҙансығының Ставрополь крайындағы төбәк вәкиле. Бындай сараларҙы үткәреү иһә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың «май» указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ. Эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү» милли проекты (национальный проект «Малое и среднее предпринимательство. Поддержка предпринимательской инициативы») бурыстарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә.
Фото, сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/news/24487/