Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
19 Март , 08:00

Урамдарҙа яңы автобустар йөрөр

Башҡортостанда автопарк яңыртыла    

“Башавтотранспорт” дәүләт пассажирҙар ташыусы автопарк биш йыл эсендә 1388 автобус алған, шул иҫәптән “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты буйынса, тип хәбәр итә, төбәктең транспорт министрлығы.

Милли проект буйынса төбәк 85 автобус алһа, улар Өфөнөң магистраль һәм башҡа маршруттарын хеҙмәтләндереүгә йүнәлтелгән.

Былтыр бәләкәй ҡалаларҙа һәм ауылдарҙа йәмәғәт  транспорты эшен яҡшыртыу өсөн 250 автобус алынған. Һуңғы бер нисә йылда 267 маршруттың хәрәкәт итеү схемаһы үҙгәргән, 78 маршрутта күләм артҡан.

Рәсәй Президентының Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһенә ярашлы, төбәктәргә өҫтәмә рәүештә 40 мең самаһы автобус, троллейбус, трамвай һәм электробстар ҡайтасаҡ. Башҡортостанға ғына быйыл 200 автобус бүленәсәк. Шулай уҡ быйыл туристик типтағы 30 машина бүленеүе көтөлә.

Ҡалаларҙа пассажирҙар транспортын яңыртыу – “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проектының (национальный проект “Безопасные качественные дороги”) төп йүнәлештәренең береһе. Милли проекттар 2019 йылдан тормошҡа ашырыла.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.

Урамдарҙа яңы автобустар йөрөр
Урамдарҙа яңы автобустар йөрөр
Автор:
Читайте нас: