Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
15 Февраль , 16:00

Төркмәнстан беҙҙән он һатып ала

“Россельхознадзор”ҙың Башҡортостан идаралығы күҙәтеүе аҫтында Сибай предприятиеһынан Төркмәнстанға бойҙай һәм арыш оно оҙатылды.

Дөйөм ауырлығы 292 тонна булған был продукцияны “Ситно” предприятиеһы һатты. Идаралыҡ белдереүенсә, ондоң бөтә партиялары ла фитосанитар контролде үткән. Он өлгөләрен “Россельхознадзор”ға ҡараған Башҡортостан һынау лабораторияһында тикшергәндәр.

Былтыр Башҡортостан 12 317,5 тонна бойҙай һәм арыш онон экспортлаған. Яҡын һәм алыҫ илдәргә оҙатылған он күләме 2022 йыл менән сағыштырғанда өс тапҡырға ҙурыраҡ булған.

Был эшмәкәрлек ил Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты (национальный проект «Международная кооперация и экспорт») сиктәрендә тормошҡа ашырыла.

Фото: “Башинформ”.

Автор:Гулиза Хафизова
Читайте нас: