Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
15 Февраль , 18:00

Беҙҙең тауарҙарға сит илдә лә ихтыяж ҙур

Башҡортостан аграрийҙары экспортҡа бойҙай оҙата.    

Ғинуар айында төбәк аграрийҙары Ҡаҙағстанға 7 мең 700 тонна күләмендә бойҙай оҙатты, тип хәбәр итә Россельхознадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәте. Был иһә унан алдағы йыл менән сағыштырғанда 805 тоннаға күберәк. Был бойҙай күпселек Бәләбәй, Мәләүез,Стәрлетамаҡ, Туймазы райондарынан. Экспорттың арттырыу “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектының  (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) да төп маҡсаттарының береһе булып тора.

Бынан тыш ғинуар айында республиканан 20 меңдән ашыу тонна иген һәм унан  эшкәртелгән тауарҙар илдең эске баҙарына оҙатылды. Иген һәм иген-ҡуҙаҡлыларҙың 355 партияһы  Рәсәйҙең 13 төбәгендә: Алтай, Краснодар, Пермь, Ленинград, Новосибирск, Ырымбур, Һамар, Һарытау, Свердловск, Силәбе,  Карелия, Татарстан, Удмуртияла һатылды.  

Ғинуар айында илдә ҙур һорау менән ҡулланылған иген продукцияһының төп төрҙәре: 10 мең тонна тирәһе бойҙай, 6,5 мең тонна арпа, 0,96 мең тонна көнбағыш, 0,29 мең тонна һоло, 0, 59 мең тонна рапс, 0,34 мең тонна кукуруз, 0,75 мең тонна борсаҡ һәм башҡалар.

Башҡортостан шулай уҡ Европаға мал аҙығы экспорты күләмен һаҡлап килә. Май етештереүсе предприятиеларҙан ғинуарҙа Европаға 195 тимер юлы вагоны ауыл хужалығы малдары өсөн аҙыҡ оҙатылған.

Был саралар Рәсәй Президентының май указдарын тормошҡа ашырырға ла булышлыҡ итә.

Фото: “Башҡортостан” ДТРК-һы. 

Беҙҙең тауарҙарға сит илдә лә ихтыяж ҙур
Беҙҙең тауарҙарға сит илдә лә ихтыяж ҙур
Автор:
Читайте нас: