Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
15 Февраль , 16:00

"Башҡортостан-Беларусь оҙон ғүмерлелеге. Туризм” беҙгә нимә вәғәҙә итә?

Төбәк ярҙамы менән былтыр 1621 турист ҡунаҡсыл туғандаш илгә барып, уның матурлығын күрергә, тарихы һәм мәҙәниәте менән танышырға мөмкинлек алды.

6 февралдә “көмөш” йәштәге 40 турист “Башҡортостан-Беларусь оҙон ғүмерлелеге. Туризм” быйыл Башҡортостан Республикаһы Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы тормошҡа ашырған проектта 1500-гә яҡын кешене йәлеп итергә ниәтләй.

– Пилот проекты “Башҡортостан-Беларусь оҙон ғүмерлелеге. Туризм” 2023 йылдан алып тормошҡа ашырыла һәм Беларусь Республикаһына килгән туристарыбыҙҙың яҡшы баһаһын ғына ала. Төбәк ярҙамы менән былтыр 1621 “көмөш” турист ҡунаҡсыл туғандаш илгә барып, уның матурлығын күрергә, тарихҡа һәм мәҙәниәткә сумырға мөмкинлек алды, – тип белдерҙе Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов.

Туристар өсөн һигеҙ көнлөк турҙың хаҡы 27 мең һум тәшкил итә. Республика бюджеты шулай уҡ бер ҡатнашыусыға 15 мең һум күләмендә тур хаҡының бер өлөшөн ҡаплай.

Сәфәр барышында туристарҙы Минск буйлап экскурсия һәм уның төп иҫтәлекле урындары, шул иҫәптән: Бойондороҡһоҙлоҡ майҙаны, иҫке ҡала һәм ратушлы майҙаны, православие һәм католик сиркәүҙәре, милли китапхана һәм башҡалар менән танышыу көтә. Шулай уҡ улар Минскиҙың Собор мәсетендә буласаҡ, унда уларға Беларусь ерҙәрендә ислам тарихы тураһында һөйләйәсәктәр.

Экскурсия программаһы сиктәрендә ҡыҙыҡлы “Мир – Несвиж” сәфәре ҡаралған, уның барышында ҡунаҡтарға ЮНЕСКО-ның бөтә донъя мираҫы ҡомартҡылары: мөһабәт Мир һарайы һәм Несвиждағы сағыу һарай-парк комплексы күрһәтеләсәк. Бында туристар урта быуаттар атмосфераһына күмелергә тейеш.

Шулай уҡ өлкән туристар “Хатынь” мемориаль комплексында буласаҡ, уларҙы Бөйөк Ватан һуғышы тарихи музейы буйлап экскурсия көтә. Ә Беларусь Республикаһының һөнәрҙәре һәм гастрономияһы менән уларҙы “Дудутки” һөнәрҙәр һәм технологиялар музейында таныштыралар. Сағыу тәьҫораттарҙың береһе булып “Белаз” заводына барыу тора, унда үҙҙәренең ғәйәт ҙурлығы менән һоҡланыу тыуҙырған автомобилдәр етештерелә.

"Башҡортостан-Беларусь оҙон ғүмерлелеге. Туризм”ды Рәсәй һәм Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһе илдәренең туристик баҙарында алдынғы позицияларҙы биләгән FUN&SUN  туроператоры төҙөгән.

"Башҡортостан-Беларусь оҙон ғүмерлелеге. Туризм” программаһы Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары буйынса ҡабул ителгән “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына ярҙам” милли проектын (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) ғәмәлгә ашырыуға булышлыҡ итә.

Фото: biznestur.bashkortostan.ru

"Башҡортостан-Беларусь оҙон ғүмерлелеге. Туризм” беҙгә нимә вәғәҙә итә?
"Башҡортостан-Беларусь оҙон ғүмерлелеге. Туризм” беҙгә нимә вәғәҙә итә?
Автор:
Читайте нас: