Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
14 Февраль , 17:00

Вьетнам беҙҙән таҡта һатып ала

Башҡортостандан Вьетнамға өс партия ҡайын таҡтаһы оҙатылды.     

Башҡортостандан Вьетнамға өс партия ҡайын таҡтаһы оҙатылды. Күләме 126 кубометр булған был бысылған материалды Ҡыйғы районындағы предприятие етештерегән, тип хәбәр итәләр “Россельхознадзор” идаралығында.

Күҙәтеү идаралығы экспортҡа оҙатырға әҙерләнгән ағасты тикшерҙе: уны ҡабул итәсәк ил өсөн карантин ҡоротҡостары асыҡланмаған. Бынан алдараҡ беҙҙең республиканан шулай уҡ Нидерландыға һәм Германияға ла 13,8 мең тонна көнбағыш һығынтыһы оҙатылғайны.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: “Лайыҡлы һәм йоғонтоло хеҙмәт һәм уңышлы эшҡыуарлыҡ” милли  маҡсаты “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты (национальный проект «Международная кооперация и экспорт») сиктәрендә тормошҡа ашырыла.

Фото: “Башинформ”.

Вьетнам беҙҙән таҡта һатып ала
Вьетнам беҙҙән таҡта һатып ала
Автор:
Читайте нас: