Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
10 Май 2023, 11:00

Субсидия кемгә тәғәйенләнә?

Башҡортостан Хөкүмәте тауарҙы экспортҡа ташыу буйынса сығымдарҙы республика ҡаҙнаһынан өлөшләтә ҡаплау буйынса быйылғы тәртипте раҫланы.

Башҡортостан Хөкүмәте тауарҙы экспортҡа ташыу буйынса сығымдарҙы республика ҡаҙнаһынан өлөшләтә ҡаплау буйынса быйылғы тәртипте раҫланы.

Был эш Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Май указдары тарафынан раҫланған “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты (национальный проект «Международная кооперация и экспорт») сиктәрендә тормошҡа ашырыла.

Документ Башҡортостан ҡаҙнаһынан ойошмаларға (дәүләт учреждениеларынан тыш) һәм индивидуаль эшҡыуарҙарға тауарҙы экспортҡа оҙатыу сығымдарына субсидия биреү буйынса регламент булып тора. Ул ошо милли проект күрһәкестәренең планда ҡаралған күләменә ирешеү өсөн Хөкүмәт раҫлаған тышҡы иҡтисади бәйләнештәр программаһына ярашлы башҡарыла. Был дәүләт программаһынан индвидуаль эшҡыуарҙар ҙа файҙалана ала.

Фото: “Башинформ” сайтынан.

Субсидия кемгә тәғәйенләнә?
Субсидия кемгә тәғәйенләнә?
Автор:Башинформ
Читайте нас: