Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
17 Апрель 2023, 17:05

Эшҡыуарҙар, һеҙҙең өсөн!

Эшҡыуарҙар өсөн бизнесты диагностикалау буйынса онлайн-марафон ойошторола.

“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә 18, 25 һәм 27 апрелдә Башҡортостан эшҡыуарҙары өсөн бизнесты диагностикалауға арналған онлайн-марафон үтәсәк. Бушлай белем биреү проектын Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы булышлығында республиканың “Минең бизнесым” үҙәге тормошҡа ашыра.

– Беҙ эшҡыуарҙарҙы уҡытыуға ҙур иғтибар бирәбеҙ. Бушлай түңәрәк өҫтәлдәр, стратегик сессиялар, оҫталыҡ дәрестәре һәм семинарҙар үткәрәбеҙ, унда бизнес вәкилдәре үҙ компетенцияларын арттыра, эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген алып барыу буйынса белем һәм күнекмәләр ала аласаҡ. Онлайн-марафон эшҡыуарҙарға үҙ бизнесының торошон баһаларға, типик хаталарҙы, проблемаларҙы асыҡларға, шулай уҡ уларҙы хәл итеү буйынса практик инструменттар алырға мөмкинлек бирә. Белем бизнесты артабан үҫтереү, шулай уҡ команда менән һөҙөмтәле идара итеү өсөн файҙалы буласаҡ, – тине Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов.

Спикер булып стратегик маркетинг һәм технологик, инновацион тармаҡтарҙа, социаль һәм ижади проекттарҙа, мәғариф һәм спортта бизнесты үҫтереү буйынса профессиональ етәксе, стартап-командалар һәм эшҡыуарҙар өсөн тренер, ментор һәм трекер Рәйсә Малышева сығыш яһай.

Уҡыу ваҡыты өс көн тәшкил итә. Интенсивта ҡатнашыусылар практик эштәр ярҙамында үҙ бизнесы торошон асыҡлаясаҡ. Онлайн-марафонды йомғаҡлап, эксперттар бизнестың һөҙөмтәлелегенә өлгәшеү өсөн практик кәңәштәр бирәсәк.

Ҡатнашыу өсөн т-үбәндәге һылтанма буйынса теркәлергә кәрәк: https://forms.yandex.ru/cloud/642e973b84227c030dda602e/

Өҫтәмә мәғлүмәтте Башҡортостан Республикаһы “Минең бизнесым” үҙәгенең “ҡыҙыу линия” телефоны буйынса алырға мөмкин: 7(347) 224-99-99.

Билдәле булыуынса, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам” (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

 #ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы.

Башҡортостан гәзите

Эшҡыуарҙар, һеҙҙең өсөн!
Эшҡыуарҙар, һеҙҙең өсөн!
Автор:
Читайте нас: