Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
14 Ғинуар 2023, 17:55

Владимир Путин Мортаза Рәхимовтың Рәсәй тормошондағы ролен билдәләне

Өфөгә Мортаза Рәхимов менән бәхилләшергә килгән ил Президенты Владимир Путин Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән аралашты.



- Беҙ һеҙҙең менән матәм көнөндә осрашабыҙ. Беҙ республиканың беренсе етәксеһе Мортаза Ғөбәйҙулла улы менән хушлашабыҙ. Мин уны яҡшы белә инем, бер-беребеҙгә ихтирамлы мөнәсәбәттә булдыҡ. Ул республиканы үҫтереүгә тос өлөш индерҙе һәм төплө уйланылған милли сәйәсәт алып барҙы, Рәсәй тормошонда әүҙем ҡатнашты һәм һис бер арттырыуһыҙ илебеҙ тарихының һынылышлы этабында мөһим роль уйнаны, - тине Владимир Путин.

Автор:
Читайте нас: