Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
21 Июнь 2022, 15:38

Банк хеҙмәттәре күрһәтеү буйынса Башҡортостан - Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында икенсе урында

Башҡортостандың банк хеҙмәттәренең финанс асыҡлығын арттырыу пилот проектында ҡатнашыуы 2020-2021 йылдарҙа алыҫ муниципалитеттарҙа финанс сервистарын яҡшыртырға мөмкинлек бирҙе. Был хаҡта республика Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә Милли банктың Башҡортостан буйынса идарасыһы Марат Кашапов һөйләне. Республика менән идара итеү үҙәгендә уны Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үткәрҙе.

Банк хеҙмәттәре күрһәтеү буйынса Башҡортостан - Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында икенсе урында
Банк хеҙмәттәре күрһәтеү буйынса Башҡортостан - Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында икенсе урында

Төбәктең алыҫ муниципалитеттарында түләү ҡоролмалары һаны - 25, Рәсәй почтаһы бүлексәләрендә банк хеҙмәттәре күрһәтеү нөктәләре 33 процентҡа артҡан. Рәсәй Үҙәк банкы лицензиялары буйынса халыҡҡа ҡулаҡса менән аҡса биреүсе сауҙа-сервис предприятиеларының иҫәбе 2,5 тапҡырға артты.

-2020 йылдың апрелендә Башҡортостандың тораҡ пункттарында түләү инфраструктураһы булыуы тураһында мәғлүмәтте тикшерҙек. Һуңынан республика райондарында банк ҡоролмаларының уңайлылыҡ картаһы төҙөлдө. Һәм һуңынан этаплап финанс хеҙмәттәрен, шул иҫәптән «Мир» картаһын, «Алға» һәм «Башҡортостандың социаль картаһы» транспорт ҡушымталарын индерә башланыҡ, - тип хәбәр итте Марат Кашапов.

- Һөҙөмтәлә беҙҙең төбәк электрон түләү инфраструктураһын үҫтереү буйынса илдә алдынғы урынға сыҡты, ә Волга буйы федераль округында икенсе урын яуланы.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров заманса һәм хәүефһеҙ банк сервистары менән  республиканың мөмкин тиклем күберәк халҡы ҡуллана алһын өсөн был йүнәлештәге эште дауам итергә ҡушты.

https://glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/155038.html 

Автор:
Читайте нас: