Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
31 Май 2022, 11:35

Хеҙмәт баҙарына ярҙам итеү өсөн – ике миллиардҡа яҡын һум аҡса

"Әйтергә кәрәк, ағымдағы йылдың апреленән беҙ эшһеҙлек ҙур тиҙлектә үҫер тип күҙаллағайныҡ, сөнки санкциялар йәһәтенән баҫым бик көсәйҙе..." 

Хеҙмәт баҙарына ярҙам итеү өсөн – ике миллиардҡа яҡын һум аҡса
Хеҙмәт баҙарына ярҙам итеү өсөн – ике миллиардҡа яҡын һум аҡса
Республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова "Business FM" радиоһына интервью биргән һәм алып барыусы Дмитрием Жбанов менән бергә төбәктә мәшғүллек һәм хеҙмәт баҙарына бәйле хәлде барлаған.

Алып барыусының: "Былтыр йыл аҙағында республикала эшһеҙлек кимәле 3,8 % самаһы тәшкил иткән. Ә быйылғы күҙаллауҙар ниндәй?", - тигән һорауына, Ленара Иванова түбәндәгеләрҙе белдергән:

- Был һандар ысынбарлыҡҡа тап килә. Ағымдағы йылдың тәүге кварталы һөҙөмтәләре буйынса иһә был күрһәткес 3,6 % тәшкил итә. Халыҡ-ара хеҙмәт ойошмаһы алымы буйынса был – эшһеҙлектең рекордлы түбән күрһәткесе. Ул кешеләрҙән һорау алыу юлы менән билдәләнә, тотош илдә ҡулланыла. Был алым аныҡлыҡҡа мөмкин тиклем тап килгән һөҙөмтә сығарырға ярҙам итә.

Әйтергә кәрәк, ағымдағы йылдың апреленән беҙ эшһеҙлек ҙур тиҙлектә үҫер тип күҙаллағайныҡ, сөнки санкциялар йәһәтенән баҫым бик көсәйҙе. Ысынбарлыҡта иһә әлеге ваҡытта тотороҡлолоҡ күҙәтәбеҙ. Шул уҡ ваҡытта көн һайын мәшғүллек кимәлен, хеҙмәт баҙарындағы хәлде “Рәсәйҙә эш” порталы аша күҙәтеп барабыҙ. Унда әлеге ваҡытта илдең 17 меңдән ашыу эш биреүсеһе теркәлгән. Порталда шулай уҡ, эштән ебәреү ҡурҡынысы янаған кешеләрҙең һаны күренә.
Бер һүҙ менән әйткәндә, хәлде контролдә тотабыҙ. Ниндәйҙер проблемалар күрәбеҙ икән, коллективтар менән күсмә кәңәшмәләр ойошторабыҙ, дәүләт тарафынан тәҡдим ителгән яҡлау саралары хаҡында һөйләйбеҙ, - тине министр.
Интервью барышында Ленара Иванова шулай уҡ Рәсәй Хөкүмәте Башҡортостандағы хеҙмәт баҙарына ярҙам күрһәтеү өсөн ике миллиардҡа яҡын һум аҡса бүлгәнлеген бәйән итте.
Федераль саралар мәшғүллек үҙәктәрендә рәсми теркәлгән граждандарға йәмәғәт эшмәкәрлеге ойоштороу; эштән ебәреү хәүефе янаған кешеләрҙе ваҡытлыса эшкә урынлаштырыуҙы ойоштороу; шулай уҡ, сәнәғәт преприятиеларында эшләгән, эштән ебәреү хәүефе янаған хеҙмәткәрҙәргә профессиональ белем биреү һәм өҫтәмә һөнәри белем биреү ғәмәлдәрен ойоштороуға йүнәлтеләсәк.
Субсидияларҙы билдәләнгән документтарҙы туплап мәшғүллек үҙәктәренә мөрәжәғәт иткән һәм һайлау этабын үткән эш биреүселәр аласаҡ.
Мәшғүллеккә булышлыҡ итеү тигәндән, быйыл “Демография” милли проектының  (национальный проект "Демография") бушлай һөнәри белемде камиллаштырыу мөмкинлеген дә бихисап яҡташтарыбыҙ ҡулланасаҡ. “Демография” милли проектының ҡабаттан уҡытыу, белемде камиллаштырыу программаһы 28 марттан эшләй башланы. Милли проекттың “Мәшғүллеккә булышлыҡ итеү” федераль проекты сиктәрендә Башҡортостанда йәшәүселәргә төбәктә ихтыяж булған йүнәлештәр буйынса 900-ҙән ашыу белем биреү программаһы тәҡдим ителә.
 
Башҡортостанда һөнәри белем алыу, өҫтәмә һөнәри белем биреү йүнәлештәренең ғәмәлдәге исемлеге, шулай уҡ уҡытыу формалары менән “Рәсәйҙә эш” порталында төплөрәк танышырға мөмкин. Быйыл Башҡортостанда был мөмкинлек менән 2978 кеше файҙаланасаҡ – республикаға бүленгән квота тап ошо кимәлдә. Һөҙөмтә лә юғары булырға тейеш: программа тамамланғас, белемен камиллаштырғандарҙың 75 проценты эшкә урынлашырға, эш менән тәьмин ителергә йәки үҙ эшен асырға тейеш. Бушлай белем алырға 50 йәштән өлкән граждандар, пенсия алды йәшендәге граждандар, балаһына өс йәш тулғансы уны ҡарау буйынса декрет ялында булған ҡатындар, хеҙмәт мөнәсәбәттәрендә тормаған һәм 7 йәшкә тиклемге балаһы булған ҡатын-ҡыҙҙар, 35 йәшкә тиклемге йәштәрҙең айырым категориялары, шулай уҡ мәшғүллек үҙәктәрендә теркәлгән эшһеҙ граждандар һәм эштән сығарыу хәүефе янаған хеҙмәткәрҙәр инә ала.

Белем биреү операторҙары ролен Һөнәри оҫталыҡты үҫтереү агентлығы (Ворлдскиллс Рәсәй), Томск дәүләт университеты һәм Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһы үтәй. Шуныһы мөһим: уҡыуҙы тамамлағандан һуң тыңлаусыларға яңы һөнәр буйынса эш гарантиялана.

Төбәктең хеҙмәт һәм халыҡ мәшғүллеге буйынса белгестәре билдәләүҙәренсә, белемен камиллаштырыусылар йәки икенсе йүнәлештә һөнәри белем алырға теләүселәр араһында декреттағы ҡатын-ҡыҙҙар бик күп. Улар араһында персонал менән идара итеү буйынса белгес, бөҙрәханасы, ашнаҡсы, тегенсе, социаль хеҙмәткәр, һатып алыуҙар буйынса белгес, уҡытыусы кеүек һөнәрҙәр ҙур ихтыяж менән файҙалана.
 
Өлкән быуын граждандары араһында иһә квалификацияны күтәреү буйынса иң популяр йүнәлештәр булып хеҙмәтте һаҡлау буйынса белгес, һатып алыуҙар буйынса белгес, эш башҡарыусы, персонал буйынса менеджер, ашнаҡсы, бухгалтер, психолог, келәтсе, бөҙрәханасы һөнәрҙәре ҡала.

Эйе, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Демография” милли проекты (национальный проект “Демография”) нигеҙендә тормошҡа ашырылған сараларҙың ыңғай һөҙөмтәһе, һис шикһеҙ, яҡшы һәм ул тәү сиратта илдәге социаль хәлде яҡшыртыуға, кешеләрҙең йәшәү кимәлен күтәреүгә йүнәлтелгән. “Эше барҙың – ашы бар”, тип юҡҡа әйтмәйҙәр: милли проект тормош юлында ҡаршылыҡтарға йә ҡырҡа үҙгәрештәргә дусар булғандарға ярҙам итә һәм йәшәйеш йүнәлеше бирә.
 
Автор:
Читайте нас: