2022 йылға Башҡортостан Республикаһы бюджетының килем өлөшө - 246,2 миллиард һум, 2023 йылға - 244,3 миллиард һум, 2024 йылға 244,9 миллиард һум күләмендә фаразлана.
Шуның һалым һәм һалым булмаған килемдәре 2022 йылға 169,0 миллиард һум күләмендә йәки бюджет килеменең дөйөм күләменән 68,6 проценты, 2023 йылға - 177,8 миллиард һум йәки бюджет килеменең дөйөм күләменән 72,8 процент, 2024 йылға 187,0 миллиард һум йәки бюджет килеменең дөйөм күләменән 76,4 процент күләмендә планлаштырылған.
Бюджетты барлағанда федераль һәм республика ҡануниәтендәге үҙгәрештәр иҫәпкә алынған. 2022-2024 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы бюджетының төп килем сығанаҡтары булып түбәндәгеләр ҡала:
ойошмалар килеменә һалым: 2022 йылда һалым һәм һалым булмаған килемдәрҙең дөйөм суммаһынан 37,6 процент, 2023 йылда - 37,0 процент, 2024 йылда - 36,8 процент;
физик берәмектәрҙең килеменә һалым: 2022 йылда - 27,2 процент, 2023 йылда - 28,1 процент, 2024 йылда - 28,7 процент;
акциздар: 2022 йылда - 16,1 процент, 2023 йылда - 16,3 процент, 2024 йылда - 16,2 процент;
мөлкәткә һалым: 2022 йылда - 8,5 процент, 2023 йылда - 8,4 процент, 2024 йылда - 8,3 процент;
Дәүләт милкендә булған мөлкәтте файҙаланыуҙан алынған килем: 2022 йылда - 5,7 процент, 2023 йылда - 5,5 процент, 2024 йылда - 5,2 процент.
Был килем сығанаҡтары Башҡортостан Республикаһы бюджетының һалым һәм һалым булмаған килемдәренең дөйөм суммаһынан 95 проценттан ашыуын тәшкил итә.
2022 йылға кире ҡайтарылмай торған керемдәр - 77,2 млрд. һум, 2023 йылға - 66,5 млрд. һум, 2024 йылға 57,9 млрд. һум күләмендә фаразлана. Башҡортостан Республикаһы бюджетының сығым өлөшө 2022 йылға һәм 2023 һәм 2024 йылдарҙың планлы осорона 267,6 млрд. һум, 252,7 млрд. һум, 248,4 млрд. һум тәшкил итәсәк.
2022 йылға һәм 2023, 2024 йылдарҙың план осорона Башҡортостан Республикаһы бюджеты тигеҙләнеште тәьмин итеү, граждандарға социаль ярҙам сараларын өҫтөнлөклө финанслау, милли үҫеш маҡсаттарына өлгәшеүгә, иҡтисадты үҫеш юлына кире ҡайтарыуға йүнәлтелгән сараларҙы артабан тормошҡа ашырыу кәрәклегенән сығып төҙөлгән.
Бюджеттың сағыу социаль йүнәлеше һаҡлана. Бюджеттың социаль өлөшө - яҡынса 70 процент.
Республика ҡаҙнаһында медицина, мәғариф, граждандарға социаль ярҙам күрһәтеү өсөн байтаҡ аҡса һалынған. Шулай уҡ Башҡортостан Республикаһында социаль өлкәнең яңы объекттарын төҙөү, ҙур инфраструктура проекттарын тормошҡа ашырыу буйынса амбициялы пландар иҫәпкә алынған.
Башҡортостан Республикаһы бюджетының сығым өлөшөн формалаштырыу түбәндәгеләрҙе иҫәпкә алып тормошҡа ашырылды:
өҫтөнлөклө тәртиптә төбәк һәм федераль льготалыларҙы дарыуҙар менән тәьмин итеү, балалар һаулығын үҫтереү, социаль әһәмиәтле сирҙәр буйынса медицина ярҙамының бюджет төрҙәрен күрһәтеүгә йүнәлтелгән сараларҙы тормошҡа ашырыу;
мәғариф өлкәһендә финанс ресурстарҙы белем биреү хеҙмәттәрен алыу өсөн бер тигеҙ шарттар булдырыуға, балаларҙың һәм уҡыусы йәштәрҙең өҫтәмә мәшғүллегенә булышлыҡ итеүгә, тармаҡ инфраструктураһын нығытыуға, заманса белем биреү технологияларын индереүгә йүнәлтеү;
башланғыс дөйөм белем алыусы уҡыусыларҙы, шулай уҡ республиканың белем биреү ойошмаларындағы льготалы категорияларҙы бушлай туҡландырыуҙы ойоштороу;
финанс ресурстарҙы бөтә республика халҡының мәҙәниәт объекттарына үтә алыуын тәьмин итеү өсөн шарттар булдырыуға, виртуаль концерт залдары селтәрен үҫтереүгә, китапханаларҙы, балалар сәнғәт мәктәптәрен яңыртыуға йүнәлтеү;
торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж айырым граждандар категорияларын торлаҡ менән тәьмин итеү буйынса дәүләт ярҙамы сараларын күрһәтеү;
хеҙмәткә түләүҙең минималь күләмен арттырыуҙы иҫәпкә алып, бюджет өлкәһе учреждениелары хеҙмәткәрҙәрен эш хаҡы менән тәьмин итеү;
Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте тарафынан Башҡортостан Республикаһы өсөн билдәләнгән формалаштырыу нормативтарын үтәүгә Рәсәй Федерацияһы субъекттарының, шул иҫәптән Башҡортостан Республикаһының беренсе сиратта булмаған дәүләт власы органдарын тотоу, уларҙың өҫтөнлөгөнә ҡарап бюджет сығымдарын ҡыҫҡартыу юлы менән;
граждандар өсөн уңайлы йәшәү шарттарын булдырыу, күп фатирлы йорттарҙың подъездарын, ихата биләмәләрен ремонтлау, йәмәғәт киңлектәрен төҙөкләндереү;
ауыл хужалығы техникаһы һәм ҡорамалдары һатып алыуға агросәнәғәт комплексы ойошмаларына дәүләт ярҙамы күрһәтеү, өҫтөнлөклө тармаҡтарҙы дәртләндереү һәм хужалыҡ итеүҙең бәләкәй формаларын үҫтереү;
автомобиль юлдарын үҫтереүгә, уларҙың һаҡланыуын тәьмин итеүгә һәм техник торошон яҡшыртыуға ҙур финанс ресурстары йүнәлтеү;
Республика адреслы инвестиция программаһы сиктәрендә һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, спорт, мәҙәниәт һәм сәнғәт объекттарын төҙөүҙе тәьмин итеүгә йүнәлтелтеү.
Алдағы йылдарҙағы кеүек үк, республика бюджеты сығымдарының мөһим йүнәлештәре:
мәғариф: 2022 йылда сығымдарҙың дөйөм күләменән 23,1 процент, 2023 йылда - 24 процент, 2024 йылда - 23,3 процент;
милли иҡтисад тармаҡтарына (ауыл хужалығы, юл эшмәкәрлеге, транспорт, һыу һәм урман хужалығы, элемтә һ.б.) булышлыҡ итеү -20,7 процент, 22,7 процент, 24,7 процент;
һаулыҡ һаҡлау (эшләмәгән халыҡтың мотлаҡ медицина страховкалауына түләүҙәрҙе иҫәпкә алып): - 18,7 процент, 17,9 процент, 16,8 процент;
социаль сәйәсәт (эшләмәгән халыҡты мотлаҡ медицина страховкалауына түләүҙәрҙе иҫәпкә алмайынса): 2022 йылда - 17 процент, 2023 йылда - 17,8 процент, 2024 йылда - 18,6 процент.
Уҙған йылдарҙағы кеүек үк, Башҡортостан Республикаһы бюджеты 2022 һәм 2023, 2024 йылдарҙың план осорона Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте раҫлаған дәүләт программалары нигеҙендә бюджет сығымдарының «программалы» структураһы буйынса төҙөлгән.
Башҡортостан Республикаһы бюджеты килемдәре һәм сығымдары араһында айырма 2022 йылда - 21,4 миллиард һум күләмендә, 2023 йылда - 8,4 миллиард һум күләмендә, 2024 йылда 3,5 миллиард һум күләмендә күҙаллана.
Башҡортостан Республикаһының 2022 йылға һәм 2023, 2024 йылдарҙың план осорона бюджет дефицитының килеме, сығымы, финанслау сығанаҡтары тураһында тулыраҡ мәғлүмәт менән Башҡортостан Республикаһы бюджетын формалаштырыу һәм үтәү процесы менән әүҙем ҡыҙыҡһынған киң ҡатлам уҡыусыларына йүнәлтелгән «Граждандар өсөн бюджет»та (Башҡортостан Республикаһы Финанс министрлығының рәсми сайтында урынлаштырылған: https://minfin.bashkortostan.ru/documents/other/394725/ ) танышырға мөмкин.
Башҡортостан Республикаһының Финанс министрлығы