Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
19 Июль 2021, 15:41

ЭНЕРГИЯНЫ ҺАҠСЫЛ ҠУЛЛАНЫУ-ФАЙҘАЛЫ ЭКОНОМИЯЛАУҒА КИЛТЕРӘ

Энергияны һаҡсыл файҙаланыу экономиялауға ярҙам итә: “Транснефть-Урал” акционерҙар йәмғиәтендә энергоресурстарҙың сығымдары кәметелде.

“Транснефть-Урал”да энергия һаҡлау буйынса эштәргә ошо арала йомғаҡ яһалды. Белгестәр баһаһы буйынса, предприятие 48 миллион һум, йәғни 1400-ҙән ашыу тонна шартлы яғыулыҡ экономиялаған килеп сыға.

Быны тормошҡа ашырыу өсөн энергия һөҙөмтәлелеген арттырыуға төрлө комплекслы саралар үткәрелде. Бигерәк тә нефть ташыу һәм нефть продукттарын технологик процестарын оптимизациялау- улар Рәсәйҙең ете төбәгендә тормошҡа ашырыла. Шулай уҡ мөһим өлөштө магистраль торба үткәргестәрҙең эске яғын һәм фильтрҙарын асфальт, ыҫмала, парафин ултырмаларынан ваҡытында таҙартып тороу индерҙе.Дөйөм алғанда, барлыҡ ошондай саралар ҙа

“Транснефть-Урал” акционерҙар йәмғиәтендә 11,4 миллион кВт.сәғәткә электр энергияһын ҡулланыуҙы кәметте.

Икенсе ярты йылда ла был йүнәлештә эштәр дауам ителәсәк. Атап әйкәндә, йыл аҙағына тиклем магистраль насос агрегаттарын хәрәкәткә килтерә торған 12 электр двигателен сафҡа индереү планлаштырыла.

Был электр двигателдәренең файҙалы эшенең юғары коэффициенты- предприятие объекттарының етештереү эше һөҙөмтәләрен арттыра. Яҡын арала “Оло-Теләк” етештереү-диспетчер станцияһында һәм “Канаш”( Силәбе өлкәһе) нефть ҡыуыусы станцияларында йылылыҡ селтәрен модернизациялау һәм ҡаҙанлыҡтарҙы реконструкциялау эштәре тамамланасаҡ. Был эштәр предприятиеларға 50 тонна шартлы яғыулыҡты экономиялауға ярҙам итәсәк.

«Транснефть-Урал” акционерҙар йәмғиәтенең энергетика сәйәсәтенең төп принциптарының береһе- планлы рәүештә энергия һөҙөмтәлелеген арттырыу энергия ресурстарын экономиялаусы саралар иҫәбенә тормошҡа ашырыу булып тора.

Предприятиеның энергияны һаҡлау эшмәкәрлек планы һәм уны тормошҡа ашырыу халыҡ-ара стандартына ярашлы сертификацияланған ISO 50001:2011., энергетик менеджмент системаһына тура килә.

Автор:Рекламная Служба(RBSMI)
Читайте нас: