Бөтә яңылыҡтар
Иғландар
12 Ғинуар , 16:00

Хоҡуҡ һаҡсыһы булырға теләһәң

Рәсәй эске эштәр министрлығының Бөрйән районы буйынса бүлексәһе Рәсәй эске эштәр министрлығының Өфө юридик институтына түбәндәге йүнәлештәр буйынса уҡырға кандидаттар йыя:

Хоҡуҡ һаҡсыһы булырға теләһәң
Хоҡуҡ һаҡсыһы булырға теләһәң
  • 40.05.01 “Милли именлекте хоҡуҡи тәьмин итеү”, уҡыу ваҡыты 5 йыл (алдан тикшереү өсөн белгестәр әҙерләү);
  • 40.05.02 "Хоҡуҡ һаҡлау эшмәкәрлеге", уҡыу ваҡыты 5 йыл (енәйәт эҙләү, иҡтисади хәүефһеҙлек һәм коррупцияға ҡаршы көрәш бүлексәләре өсөн белгестәр әҙерләү);
  • 40.02.02 “Административ эшмәкәрлек”, уҡыу ваҡыты 3 йыл.

Курсанттар форма, ятаҡ менән тәьмин ителә һәм аҡсалата стипендия алыу мөмкинлегенә эйә.

Уҡып бөткәс йәшәгән урыны буйынса Эске эштәр бүлегенә хеҙмәт итергә ебәрелә. Көндөҙгө уҡыу (5 йыл) дөйөм хеҙмәт стажына һанала, йәғни институтты тамамлағандан һуң һәм Эске эштәр бүлегендә 15 йыл хеҙмәт иткәндән һуң, хеҙмәткәр дәүләт пенсияһы ала башлай.

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институтын тамамлаусыларҙы эшкә урынлаштырыу гарантиялана һәм улар Рәсәй Федерацияһының Ҡораллы көстәренә хеҙмәткә саҡырылмай.

Эске эштәр органдарында хеҙмәт иткәндә хеҙмәткәрҙәргә льготалар һәм социаль гарантиялар бирелә:

- тотороҡло һәм ваҡытында эш хаҡы түләнә, эш һөҙөмтәләре буйынса премиялар һәм 40 көнлөк түләүле йыллыҡ отпуск ҡаралған;

- хеҙмәткәргә һәм бер ғаилә ағзаһына йыл һайын бушлай ял итеү урынына барыу (йәғни, уға һәм яҡын туғандарына ял итеү урынына барыу һәм кире ҡайтыу хаҡы тулы күләмдә ҡайтарыла); 

- Рәсәй Эске эштәр министрлығы поликлиникаһында бушлай медицина хеҙмәтләндереүе алырға мөмкин.

Ҡабул итеү һәм өҫтәмә инеү һынауҙар исемлеге:

  • Рус теле, тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү фәндәренән берҙәм дәүләт имтихандары.
  • Ҡабул итеү һынауҙарына үтеү өсөн Берҙәм дәүләт имтиханы (БДИ) буйынса минималь балл һандары:

    - рус теле буйынса - 36 балл; йәмғиәтте өйрәнеү буйынса – 42 балл.

    - тарих фәне буйынса - 32 балл.

Шулай уҡ, Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институтында физик әҙерлек буйынса өҫтәмә нормативтар тапшырырға кәрәк буласаҡ.

Институтҡа уҡыуға барырға теләк белдереүселәргә 2024 йылдың 01 февраленә тиклем Рәсәй Эске эштәр министрлығының Бөрйән районы буйынса бүлексәһенең кадрҙар бүлегенә мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Автор:
Читайте нас: