Бөтә яңылыҡтар
Иғландар
25 Апрель 2023, 16:50

Инвестиция һабантуйы үтәсәк көндәр билдәле булды

Башҡортостан Хөкүмәте хәбәр итеүенсә, Сибай ҡалаһындағы “Урал аръяғы” Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы быйыл 25-нән 27 майға тиклем үтәсәк. 

Инвестиция һабантуйы үтәсәк көндәр билдәле булды
Инвестиция һабантуйы үтәсәк көндәр билдәле булды

Форумдың мәҙәни программаһы Хәйбулла районында ойоштороласаҡ. Был турала Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров хәбәр итте.

– Стратегик башланғыстар агентлығы менән берлектә беҙ инвестиция һабантуйын 2019 йылдан алып үткәрәбеҙ һәм ошо ваҡыт эсендә ярайһы уҡ уңыштарға өлгәштек. Уҙған дүрт йыл эсендә сара биш мең кешене һәм 50 төбәкте, шул иҫәптән яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙе берләштерҙе. Был осорҙа дөйөм иҡтисади файҙаһы 282 миллиард һумлыҡ 100 килешеү төҙөлдө, – тине ул.

Премьер-министрҙың беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов, форумдың ҡатнашыусылары өсөн бай эшлекле һәм мәҙәни программа әҙерләнә, тине.

– Төрлө тематикаға 20-ләп сессия үткәрергә планлаштырабыҙ. Профилле секциялар һәм пленар ултырыш барышында сарала ҡатнашыусылар инвестиция эшмәкәрлеге тәжрибәһе менән уртаҡлаша аласаҡ һәм Рәсәй төбәктәрендә уңайлы бизнес-мөхит булдырыу юлдары тураһында фекер алышасаҡ. Экология, туризмды һәм транспорт инфраструктураһын үҫтереү, уңайлы ҡала мөхите булдырыу темалары ҡараласаҡ. Һабантуй ваҡытында Башҡортостандың инвестиция мөмкинлектәрен күрһәткән күргәҙмә эшләйәсәк, – тине ул.

Инвестиция һабантуйында федераль һәм төбәк учреждениелары, Рәсәй бизнесы вәкилдәре, инвесторҙар, эксперттар һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашасаҡ. БДБ, алыҫ сит ил, Яҡын Көнсығыш һәм Азия илдәренән ҡунаҡтар көтөлә. 25 майҙа “Урал аръяғы” инвестиция һабантуйы сиктәрендә бизнес-шәрифтәр форумы үтәсәк.  

Башҡортостан Хөкүмәте 

Автор:
Читайте нас: